+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2019, 12:39

Бөгөн өләсәйҙәр һәм олатайҙар байрамы

Өләсәйҙәр һәм олатайҙар байрамы йыл һайын 28 октябрҙә 30 илдә билдәләнә.

Йәш ғаиләләр тормошонда һәм ейәндәрен тәрбиәләшеүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Атай-әсәйҙәр эш менән мәшғүл булғанда уларға өлкән быуын ярҙамға килә.
Был байрамды Рәсәйҙә беренсе тапҡыр 2009 йылда билдәләйҙәр. Һәм ул осраҡлы ғына һайланмаған. Элекке замандарҙа уҡ тап 28 октябрҙә славянлылар ғаиләне хөрмәтләү байрамы үткәргән.
Йола буйынса Рәсәйҙә был көндө өләсәй, олатайҙарға бүлмә гөлдәре, көҙгө сәскәләрҙән композициялар бүләк итәләр, ярҙамдары һәм хәстәрлектәре өсөн уларға үҙҙәренең һөйөүен, ихтирамын белдерәләр.
Гиннес рекордтар китабына ярашлы, илдә иң йәш өләсәй Румынияла йәшәүсе Рифка Станеску, уға 23 йәш.
Ә планетала иң өлкән өләсәй Францияла йәшәгән 122 йәштәге Жанна Луиза Кальман.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙә лә 111 – 129 йәшкә етеүселәр бар икән.
Читайте нас: