+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2019, 13:15

Файҙалы кәңәштәр

Тиҙ генә бәлеш бешереп алырға уйлағайнығыҙ, әммә ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) бөткән икән. Юҡҡа көйөнмәгеҙ, уны бит үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Бының өсөн түбәндәге рецепҡа күҙ һалығыҙ.

Ҡоро банкаға:
- 12 сәй ҡалағы он,
- 5 сәй ҡалағы аш содаһы,
- 3 сәй ҡалағы лимон кислотаһы һалырға кәрәк.
Бөтәһен дә яҡшы итеп ағас ҡалаҡ менән болғарға, ҡапҡасын ябып һелкетеп алырға ла, ҡараңғы һәм ҡоро урынға (шкафтың эсенә кәштәгә) ҡуйырға.
Ҡамыр йомшартҡыс әҙер! Рәхәтләнеп бешерегеҙ бәлештәрегеҙҙе уңған хужабикәләр.
Читайте нас: