Диетологтар фекеренсә, бындай иттең икенсе шурпаһын ғына эсергә ярай. Йәиһә ҡайнатып сығарғандан һуң, түгеп, яңынан таҙа һыу һалып, бешергә ҡуйырға кәрәк. Шулай эшләгәндә, зарарлы матдәләр юҡҡа сыға.
Дөрөҫ, икенсе тапҡыр ҡайнатҡанда ул инде ул ҡәҙәр өрөлө булмаҫ, сөнки зарарлыһы менән бергә, туҡлыҡлы матдәләрҙең бер өлөшө лә юҡҡа сығасаҡ. Ләкин былай эшләгәндә, организм өсөн ҡурҡынысы ҡалмаҫ.
Тауыҡ шурпаһы – бик файҙалы, еңел үҙләштерелә торған ризыҡ. Бигерәк тә ауырыған, хәлһеҙләнгән саҡта кәрәк ул.
Һүрәттәр: асыҡ сығанаҡтарҙан.