+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2019, 11:53

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты һанлы итеү башланды

Ул «Һанлы иҡтисад», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекттары сиктәрендә бара.

Ул «Һанлы иҡтисад», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекттары сиктәрендә бара.
Идара итеүсе ойошмалар һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре «Йорт.Контроль» системаһына ҡушыла башланы ла инде. Был – үҙ эсенә аҡыллы, һанлы диспетчерскийҙы индереүсе сервис. Уның аша мобиль ҡушымталарҙан заявкалар бирергә, йәшәүселәргә белдереүҙәр ебәрергә, шулай уҡ иҫәпләгестәрҙең күрһәтмәләрен ҡабул итергә һәм башҡа күп нәмәләр эшләргә мөмкинлек бирә.
Ойоштороусылар уйынса «Йорт.Контроль» республикала йәшәүселәр менән идара итеүсе компаниялар араһында үҙенсәлекле күпергә әйләнергә, заманса, уңайлы мөхит булдырыуҙа һиҙелерлек аҙым яһарға булышлыҡ итәсәк.
Бөгөн ул Рәсәй Федерацияһының 26 субъектында эшләй.
Читайте нас: