+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 11:43

Ғаилә бәхете - татыулыҡта

Беҙҙең ҡалала ныҡлы, татыу ғаиләләр аҙ түгел.

Беҙҙең ҡалала ныҡлы, татыу ғаиләләр аҙ түгел. Уларҙың бәхете бер-береһен хөрмәт итеүгә, тормоштоң бар мәшәҡәттәрен бүлешеп, уртаҡ маҡсаттар менән янып йәшәүгә нигеҙләнгән. Ошо һанап үтелгән сифаттарҙың барыһы ла Марина һәм Рөстәм Исмәғиловтар ғаиләһе өсөн хас. Бергә йәшәүҙәренең 15 йыллығына яҡынлашҡан көндәрҙә, улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ауыр саҡтарҙа иңдәрен-иңгә ҡуйып, эскерһеҙ йәшәргә өйрәнеүҙәрен билдәләй. Күп милләтле ғаиләлә был айырыуса мөһим.
Ике арала һөйөү хистәре мәктәп йылдарында уҡ тоҡана. Марина һәм Руслан бер-береһен яҡшыраҡ белергә теләп, күп ваҡыттарын бергә үткәрә. Төрлө милләт вәкилдәре булараҡ, улар ике халыҡтың да ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына иғтибар бүлә. Күпмелер ваҡыт үткәс, бәхетле ғаилә ҡора аласаҡбыҙ тигән ҡарарға киләләр.
Артабан оло һәм ваҡ мәшәҡәттәрҙән, уртаҡ ҡайғы-шатлыҡтарҙан торған ғаилә тормошо башлана. Бер йылдан Исмәғиловтар өсәү була – ҡыҙҙары Альвина тыуа. Руслан, ғаилә башлығы булараҡ, яҡындарын ҡайғыртып йәшәүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә ала һәм бөгөнгө көндә ҡала предприятиеларының береһендә тырышып эшләп йөрөй. Марина ваҡыт уҙыу менән яҡшы йорт хужабикәһенә һәм изге күңелле әсәйгә әйләнә, тормош иптәшенә икенсе ҡыҙҙары Талинаны, бер нисә йылдан улдары Әмирҙе бүләк итә. Балаларына аталарының исеменә яҡын, матур, интернационал исемдәр һайларға тырышалар. Тәүҙә фатирҙа йәшәйҙәр, һуңынан тулы ғаилә тормошо өсөн үҙ йорттарын һалырға уйлайҙар. Хыялдары ғәмәлгә аша – биш йыл эсендә йәмле ғаилә усағына әйләнгән күркәм йорт төҙөйҙәр.
Тормош үҙ яйына бара, балалары үҫеп килә: Альвина 8-се, Талина 5- се класта уҡ, Әмир балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар татыу, ата-әсәһенә ярҙамлашып, ике яҡлап та олатай-өләсәйҙәрен хөрмәт итеп үҫә, сөнки уларҙы ғаиләлә шулай тәрбиәләйҙәр. Республика халыҡтарының мәҙәниәтен ҡәҙерләргә һәм аңларға мәктәп уҡытыусылары өйрәтә.
- 5-се гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Наталья Леонидовна Заболовская өлкән ҡыҙыбыҙ Альвинала төрлө халыҡтар йолаларына һөйөү уты ҡабыҙҙы,- тип билдәләй Марина. – Һәм был миңә, ул ваҡытта әле ҙур тәжрибәһе лә булмаған йәш әсәгә, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә, уларҙа ике халыҡтың да байрамдарына хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеүҙә ныҡ ярҙам итте. Хәҙер инде беҙ рус һәм мосолман байрамдарын берҙәй яҡын итеп билдәләп үтәбеҙ.
Иренең ярҙамы менән Марина автотранспорт хеҙмәттәре баҙарында шәхси эшҡыуар булып үҙ эшен башлай. Ҡыҙҙары яҡшы уҡый, әсәләренә ярҙам итә, бөтәһе лә яратҡан, шуҡ Әмир төрлө йәнһүрәттәр ҡарарға, уйнарға ярата. Исмәғиловтар тормоштарын төрләндереп, бик күп сәйәхәт итә, балаларын донъя менән таныштыра. Улар ғаиләнең бөтә ағзаларының да тыуған көндәрен, Маринаның да, Русландың да ата-әсәһен ҡунаҡҡа саҡырып, бик күңелле үткәрә.
Был парҙың ғаилә бәхетенең сере бармы? Бар һәм ул бик ябай!
Ғаиләлә бер-береһен аңлау, ихтирам итеү һәм мөхәббәт хөкөм һөрә. Ошо бәхет асҡыстары, ике милләт вәкиле булыуҙарына ҡарамай, уларҙың тормошон гармониялы һәм күп төрлө итә. Ваҡыт үтер, Альвина, Талина һәм Әмир үҫеп етер, үҙ усағын ҡабыҙыр. Бәхетле ғаиләләренең нигеҙе булып дөйөм кешелек принциптары торған атаһы һәм әсәһе улар өсөн матур өлгө.
Читайте нас: