+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 12:48

Бәхет өсөн кәртәләр юҡ

Интернационал ғаиләләр - беҙҙең республика өсөн күптән инде ғәҙәти күренешкә әйләнде

Интернационал ғаиләләр - беҙҙең республика өсөн күптән инде ғәҙәти күренешкә әйләнде
Төрлө милләт вәкилдәре оҙаҡ йылдар инде мөхәббәттә һәм татыулыҡта йәшәй. Улар бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын бик яҡшы белә, күп төрлө байрамдарын үткәрә, ата-бабаларының тарихын ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, рустар араһында ғаиләләр төҙөү беҙҙең яҡтарҙа күптән ғәҙәти күренешкә әйләнһә, бик аҙҙар ғына яҙмышын европалылар менән бәйләй.
Лилиә Әбдүшева һәм Муньос Пабло Альварес бына инде 20 йылға яҡын бергә, уларҙың 11 йылын Башҡортостанда йәшәй. Лилиә, әхирәтенең кәңәше буйынса Испанияға эшкә барғас, Пабло менән таныша. Ғашиҡтар беренсе осрашҡан көндән алып айырылмай. Бер йыл уҙғандан һуң ғаилә ҡоралар. Туғыҙ йыл Испанияла йәшәгән ваҡытта Лилиә тормош иптәше менән йыш ҡына тыуған ауылы Суйынсыға ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Пабло беҙҙең яҡтарҙы тәү күреүҙән үк оҡшатыуын, бында йәшәргә күсеп ҡайтырға ла үҙе тәҡдим итеүен йәшермәй. Ул өйрәнелгән европаса йәшәү рәүешен башҡортса йәшәү рәүешенә алмаштырғанға һис кенә лә үкенмәй.
Хәҙерге көндә ғаиләнең ҙур булмаған йорто, үҙ хужалыҡтары бар. Ауыл тормошона испанлы бик тиҙ өйрәнә. Бөтә суйынсылар кеүек үк Пабло ла ҡатыны Лилиә менән баҡсала эшләй, быҙауҙар үҫтерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, урындағы кешеләрҙән бер нисек тә айырылмай. Ә халыҡ уны ихлас ҡаршы алып, ауыл тормошона күнегергә ярҙам итте. Пабло өсөн бер генә нәмә ауыр бирелә – ул рус телен өйрәнеү. Бында уға Лилиә ярҙамға килә, ҡайһы бер һөйләмдәрҙе әле булһа Паблоға испан теленә тәржемә итә. Ҡалғанында иһә ғаилә тормошо үҙ яйына аға. Ваҡыт-ваҡыт ирле-ҡатынлы Испанияға ҡунаҡҡа барып йөрөй. Унда Паблоның күп һанлы ғаиләһе: ата-әсәһе, апалары-ағалары һәм тәүге ғаиләһендә тыуған балалары көтә. Улар Башҡортостанда тыуған килендәрен бик йылы ҡабул итәләр һәм һәр саҡ ҡунаҡҡа көтөп ҡалалар.
Менталитет һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең төрлөлөгө был парҙың бәхетле йәшәүенә ҡамасауламай, сөнки ир һәм ҡатын бер-береңде ихтирам итеп, аңлашып, ярҙам итеп йәшәү ғаилә тормошоноң нигеҙе булыуын бик яҡшы аңлай. Ә бының өсөн һинең ниндәй милләттән булыуың, ҡайһы илдә йәшәүең, ниндәй телдә һөйләшеүең һис тә мөһим түгел.
Читайте нас: