+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 13:03

Етештереү менән таныштылар

Ҡытай халыҡ республикаһының Төп таможня идаралығы вәкилдәре Дәүләкәндә булып китте

Ҡытай халыҡ республикаһының Төп таможня идаралығы вәкилдәре Дәүләкәндә булып китте
Башҡортостанға ике көнлөк визит менән килеп, ҡунаҡтар республиканың эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларының эше менән танышты. Улар беҙҙең төбәкте ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа оҙатыу йәһәтенән перспективалы бизнес-партнер булараҡ ҡараны, БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры И.И. Фазрахманов менән осрашты.
Дәүләкәндә сит ил делегацияһы яуаплылыҡтары сикләнгән «Дәүләкән иген продукттары комбинаты» һәм «1-се иген продукттары комбинаты» йәмғиәттәрендә булды, уларҙың етәкселәре, белгестәр менән осрашты, иген ҡабул итеү, һаҡлау процесын өйрәнде.
Производство һәм цех лабораторийҙарында Ҡытай вәкилдәре сеймалды һаҡлау шарттарына технологик контролде ентекле ҡараны, уның сифатын һәм хәүефһеҙлеген анализланы. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ю.А. Лысов, Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Р.Ф. Ҡотломәтов, район хакимиәте вәкилдәре оҙатып йөрөнө.
Ҡунаҡтарҙы ғәҙәттәгесә икмәк-тоҙ, сәк-сәк менән ҡаршыланылар. Тәбрикләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары А.Ә. Шәйҙуллин мөрәжәғәт итте.
Ҡытай халыҡ республикаһы вәкилдәренең беҙҙең ҡалаға сәйәхәтенә аңлатма биреп, Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Фәрит улы Ҡотломәтов яуаплылыҡтары сикләнгән «Дәүләкән иген продукттары комбинаты» һәм «1-се иген продукттары комбинаты» йәмғиәттәре кеүек предприятиеларҙың игенде эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса республика өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне.
- Әлеге көндә, Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағы алдында бөртөклө иген культураларын экспортҡа оҙатыуҙы арттырыу бурысы торғанда был айырыуса мөһим. Бында төп талап – продукцияның сифаты, хәүефһеҙлеге, стандарттарға ярашлы булыуы, - тине ул.
Ҡалалағы иң боронғо предприятиеларҙан һаналған «Дәүләкән 1-се иген продукттары комбинаты» йәмғиәте ҡайтанан ойоштороу, реконструкциялау һәм модернизациялау этаптарын үтеп, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проектында ҡатнашты.
Бында эшләп килгән ҡатнаш аҙыҡ заводы республиканың өҫтөнлөклө инвестицион проекттарының береһе, ул малсылыҡ комплексы өсөн продукция етештереүҙе яйға һалып, поставкалау күләмен арттыра бара.
Ҡытай халыҡ республикаһы вәкилдәре яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән иген продукттары комбинаты» йәмғиәтендә бешерелгән хуш еҫле икмәк-булка изделиеларын ихлас тәмләп ҡараны, уларҙы юғары баһаланы. Милли биҙәлешле иҫтәлекле бүләктәр улар өсөн ысын мәғәнәһендә сюрприз булды.
Читайте нас: