+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 13:33

Халыҡтың теләге тормошҡа ашты

Уҙған йылдың ноябрь айында республикабыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләрендә йыл һайын уҙғарыласаҡ Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы (ППМИ) старт алды.

Уҙған йылдың ноябрь айында республикабыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләрендә йыл һайын уҙғарыласаҡ Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы (ППМИ) старт алды. ППМИ – ул ауыл биләмәләре араһында республика бюджетынан субсидиялар алыу һәм кешеләрҙең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән идеяларҙы тормошҡа ашырыу конкурсы.
Ҡаҙырғол ауылы йәмле Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Мул һыулы йылға, киң бесәнлектәр, иркен көтөүлектәр урындағы халыҡҡа элек-электән малсылыҡ, йылҡысылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырған. Әммә был өҫтөнлөклө шарттар Өршәк йылғаһының арғы яғында урынлашҡанлыҡтан, оҙаҡ йылдар дауамында һыйырҙарҙы, аттарҙы һәм ҡош-ҡортто көтөүлеккә сығарыу өсөн ауыл осондағы Совет заманында уҡ төҙөлгән һәм емерелер хәлгә еткән иҫке күпер файҙаланылды.
Уны модернизациялау һәм кешеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү кәрәклеге ауыл халҡын күптән борсоғанлыҡтан, граждандар йыйылышында уларҙың күпселеге Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу һәм был проблеманы хәл итеү өсөн тауыш бирҙе.
Конкурста еңеп сыҡҡан подрядсы ойошма ике аҙна дауамында ярҙарҙы нығытыу, конструкцияларҙы көсәйтеү, оҙонайтыу менән шөғөлләнде, күпер нигеҙенең тимер-бетон плитәләрен өҫтәп яңынан һалды һәм хәрәкәт хәүефһеҙлеген булдырыусы отбойниктар урынлаштырҙы.
Хәҙер инде был ныҡлы һәм ышаныслы ҡоролма оҙаҡ йылдар Ҡаҙырғол ауылы халҡына хеҙмәт итәсәк.
Читайте нас: