+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2019, 13:21

Рәсәй Почтаһы сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәрҙе комиссияһыҙ ҡабул итә

Рәсәй Почтаһы Башҡортостанда банктар булмаған тораҡ пункттарҙа сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәрҙе комиссияһыҙ ҡабул итә

Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы кредит-финанс учреждениелар булмаған тораҡ пункттарының почта бүлексәләрендә «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән мөғәмәлә итеү» хеҙмәте буйынса түләүҙәрҙе комиссияһыҙ ғына ҡабул итергә ҡарар итте.
«Федераль почта элемтәһе идаралығы, түләү агенты булараҡ, почта бүлектәрендә түләүҙәр ҡабул итеүгә тарифтар урынлаштырыу хоҡуғына эйә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡҡа был хеҙмәтте үҙҡиммәте буйынса күрһәтергә уйланыҡ. Рәсәй Почтаһы – социаль йүнәлештәге предприятие, шуға күрә банк бүлектәре булмаған биләмәләрҙә сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн түләүҙәрҙе комиссияһыҙ ҡабул итәсәкбеҙ,- тип билдәләп үтте Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы начальнигы Ирек Ғәлимов.
Башҡортостанда кредит-финанс учреждениелары булмаған тораҡ пункттарында бөтәһе 700-гә яҡын почта бүлеге эшләй. Элемтә бүлегенән тыш, республикала йәшәүселәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн почтальондарҙа күсмә почта-касса терминалы аша ла түләй ала. Һуңғыһы айырыуса Рәсәй Почтаһы аша пенсиялар алыусы пенсионерҙар, аҙ хәрәкәт итеүсе кешеләр, быйылдан башлап ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән мөғәмәлә итеү буйынса төбәк операторҙары менән сүп-сарҙы сығарыуға килешеү төҙөргә тейешле баҡсасылыҡ ширҡәттәре ағзалары өсөн уңайлы.
Информацион белешмә
Рәсәй Почтаһы – РФ стратегик предприятиелары исемлегенә ингән федераль почта операторы. Бөтә ил буйынса 42 мең почта бүлеген үҙ эсенә ала һәм 350 мең почта хеҙмәткәрен берләштергән иң ҙур хеҙмәт коллективы булып тора.
Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы Рәсәй почтаһының структур подразделениеһы. Уның составына 25 почтамт, магистраль сортировкалау үҙәге һәм автобаза инә. 1280 бүлек почта элемтәһе хеҙмәтен күрһәтә, уларҙың 1030-ы - ауыл ерендә, өсәүһе - күсмә бүлек. Төбәктең бөтә тораҡ пункттары ла почта элемтәһе хеҙмәтенән файҙалана. Бөгөнгө көндә филиалда 9500-гә яҡын кеше эшләй. Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы халыҡҡа 80 төр почта, финанс һәм коммуникацион мәғлүмәт хеҙмәттәре күрһәтә.
Читайте нас: