«Хәрби разведчиктар көнө» - Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә 2006 йылдың 31 майында булдырылғын һөнәри байрам. Уны РФ Ҡораллы көстәре органдары хеҙмәткәрҙәре йыл һайын 5 ноябрҙә билдәләй.
Байрам тыуған илебеҙҙең хәрби йолаларын тергеҙеү һәм үҫтереү, хәрби хеҙмәттең абруйын арттырыу, хәрби белгестәрҙең илебеҙ хәүефһеҙлеге һәм оборонаһы ҡуйған бурыстарҙы үтәүҙәге ҡаҙаныштарын таныу маҡсатында булдырылды.
Хөкүмәт кимәлендә һөнәри байрам – «Хәрби разведчиктар көнө» Рәсәй Президенты В.В. Путин 2006 йылдың 31 майында «Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә һөнәри байрамдар һәм иҫтәлекле даталарҙы булдырыу тураһындағы» 549-сы Указына ҡул ҡуйған көндән башлап билдәләнә.
Был көндө илебеҙ территорияһында төрлө байрам саралары уҙғарыла. Унда 1812 йылғы Ватан, Ҡырым, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары батырҙарын, батша армияһы, Совет һәм Рәсәй армияларының разведка офицерҙарын, хәрби агенттарын, Афғанстанда һәм Сирияла махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларҙы иҫкә алалар.