+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2019, 13:35

«Районка»ға яҙыл һәм бүләк от!

Подписчиктар араһында октябрҙә бүләктәр уйнатыу тамамланды

Подписчиктар араһында октябрҙә бүләктәр уйнатыу тамамланды
Беҙҙең күп уҡыусыларыбыҙ район гәзитенең яңылыҡтар алып килеүенән тыш, бүләктәр килтереүен дә яҡшы белә. Гәзиткә яҙылып, һеҙ автоматик рәүештә ай һайын бүләктәр отоуҙа ҡатнашаһығыҙ.
Октябрҙә беҙ иң тоғро уҡыусыларыбыҙға ике бүләк бирергә булдыҡ.
Исмәғил ауылынан Азат Ғайсин (һүрәттә) октябрҙә еңеүсе тип танылды. Уға сәйнүк тапшырылды.
Үткән айҙың төп бүләге – фотосессияны ҡалала йәшәүсе Раушания Мостафина отто. Был ханым район гәзитенә бер йылға яҙылған.
Уҡыусыларыбыҙға бүләктәр бар әле, ә «Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзитенә подписка дауам итә. Шуға һәр кемдең ноябрҙә бүләк отоу мөмкинлеге бар. Был айҙа яҙылыусылар араһында беҙ йәнә бүләктәр уйнатасаҡбыҙ. Үтектәр үҙ хужаларын көтә, гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ.
Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: