«…Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый,
«Ҡаҙ өмәһе» - боронғо милли байрамдарыбыҙҙың береһе.
Ҡыҫҡа көндәре, ҡараңғы төндәре менән дан тотҡан ноябрь айы ер өҫтөндә хакимлыҡ итә. Тупраҡҡа ҡырау төшә, һирәк-һаяҡ күктән ҡар-йондоҙҙар ҡойола. Көндәр яйлап һалҡынайта. Оҙаҡламай инде ҡыш ап-аҡ мамыҡ юрғаны менән ерҙең өҫтөн ҡаплар.
Шундай көндәрҙә ауылдар һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр тамырҙары менән тарих төпкөлөнә киткән байрам – «Ҡаҙ өмәһе» үткәрә.
Йола буйынса «Ҡаҙ өмәһе»нә йыйылыусылар бар эштәрҙе лә бергәләп башҡара: ҡаҙҙар һуя, түшкәләрҙе эшкәртә, ҡаурыйҙарын йолҡа, уларҙан йәш ҡыҙҙарға бирнәгә мамыҡ мендәрҙәр әҙерләй. Эш тамамланыуға хужабикә мейестән бәлештәрен ала, мул табын ҡора. Йыр-бейеү, уйын-көлкө артабан да дауам итә. Бергәләп эшләүе лә, ял итеүе лә күңелле!