-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2019, 16:45

Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Сөгөлдөрҙән чипсы

Тултырылған сөгөлдөр

1 кг сөгөлдөргә (уртаса ҙурлыҡта) 500 г эремсек,3-4 йомортҡа, 4 ҡалаҡ йөҙөм, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1/3 стакан манный ярмаһы, 40 г аҡ май, тәменсә тоҙ кәрәк. Бешкән сөгөлдөрҙө әрсергә лә, ипләп кенә уртаһын алып, «һауыттар» эшләргә. Эремсекте иләк аша үткәрергә. Уға йөҙөм, йомортҡа, шәкәр, манный ярмаһын ҡушып, яҡшылап болғатырға һәм сөгөлдөр эсенә тултырырға. Майлы табаға теҙеп, 15-20 минутҡа мейескә ҡуйырға.

Табынға ҡаймаҡ менән бирергә.

Сөгөлдөрҙән чипсы

3 сөгөлдөр, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә эре тоҙ, борос кәрәк. Йыуып таҙартылған сөгөлдөрҙө йоҡа ғына түңәрәктәргә турарға. Сөм һауытҡа һалып, өҫтөнә зәйтүн майы ҡойорға һәм яҡшылап, майҙы сөгөлдөрҙөң һәр киҫәгенә тейерлек итеп, бутарға. Табаға махсус пергамент ҡағыҙы йәйергә лә, сөгөлдөр киҫәктәрен берәмләп кенә һалып сығырға. 150 градус эҫелектәге мейестә 40-50 минут бешерергә. Бешкәндә икенсе яғына әйләндерергә лә була.

Мейестән алғас, тоҙ һәм борос һибергә. Шул килеш тә ашарға мөмкин.
Читайте нас: