+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2019, 18:55

BALALAR проекты тиҙҙән башҡортса йәнһүрәттәр сығарасаҡ!

Башҡорт телен цифрлаштырыусы йәки онлайнға күсереүсе BALALAR проектында тиҙҙән биш йәнһүрәт сығасағы тураһында мәғлүм булды.

Төп геройҙары Бесәй, Бүре, Айыу, Төлкө балаларға башҡорт телендә төҫтәр, һандар, хәрефтәрҙе өйрәтәсәк.

Тулыраҡ:
BALALAR проекты Башҡортостан Башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.
"Бәйләнештә"ге төркөмө - https://vk.com/balalar
Унда яңылыҡтарҙы, команда тураһындағы мәғлүмәтте ҡарап барырға мөмкин.

Ойоштороусылар белдереүенсә, 2020 йылда түбәндәгеләр булдырыласаҡ:
✅ 5 йәнһүрәт
Балалар башҡорт телендә төҫтәр, һандар, хәрефтәр өйрәнә аласаҡ. Төп геройҙар - Бесәй, Бүре, Айыу, Төлкө һәм башҡалар;
✅ 2 мобиль ҡушымта - смартфон һәм компьютер аша башҡорт телен интерактив һәм ҡыҙыҡлы рәүештә өйрәнеү өсөн. Унда Маймыл идара итәсәк;
✅ 5 онлайн һәм офлайн төр карточкалар;
✅ 1 өҫтәл уйыны (олораҡ балалар һәм өлкәндәр өсөн);
✅ интернет-магазин.
Бында балалар өсөн төрлө әсбаптар, уйынсыҡтарҙы етештереүселәр тупланасаҡ.
Читайте нас: