+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2019, 16:45

Иң бәхетле көн!

«Беҙ бергә йәшәүебеҙҙең һәр минутын ҡәҙерләйбеҙ», - тип уртаҡлаша район гәзите хәбәрселәре менән беҙҙең күптәнге подписчиктарыбыҙ, алтын юбилярҙар, ирле-ҡатынлы Шәйҙулла Ғәбит улы һәм Тәсбихә Вәли ҡыҙы Яҡуповтар.

«Беҙ бергә йәшәүебеҙҙең һәр минутын ҡәҙерләйбеҙ», - тип уртаҡлаша район гәзите хәбәрселәре менән беҙҙең күптәнге подписчиктарыбыҙ, алтын юбилярҙар, ирле-ҡатынлы Шәйҙулла Ғәбит улы һәм Тәсбихә Вәли ҡыҙы Яҡуповтар.
14 ноябрь ғаилә өсөн иң бәхетле көн. Быйыл ул ирле-ҡатынлының шатлыҡ- ҡайғыларҙы ла уртаҡ итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, оҙон 50 йыл үтеүе – алтын туйҙарын билдәләүе менән әһәмиәтле. Улар әйтеүенсә, ғаилә тормошоноң сере ябай – бер-береһенә булған мөхәббәт, хәстәрлек, ихтирам.
Шәйҙулла менән Тәсбихә 1969 йылда Әлшәй районында йәшәгән саҡтарында таныша. Ғаилә ҡорғас, бер йылдан Дәүләкән районына күсеп киләләр. Тәүҙә Күл урамында йәмле урын һайлап, йорт һала башлайҙар. Бер юлы төҙөлөш алып барыу, эшкә йөрөү, балалар тәрбиәләү еңелдән булмай, әлбиттә. Әммә үҙ мөйөштәрен булдырыу теләге еңеп сыға. Бик үк ҙур булмаған йорт һалып сығалар, үҙ хужалыҡтарын булдыралар - быҙауҙар, үгеҙҙәр, ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр.
Ваҡыт үтеү менән йорт ҡыҫынҡы була бара – өс улдары үҫә. Улар тағы ла буш ваҡыттарын яңы йорт төҙөүгә йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта эш тураһында ла онотмайҙар. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә уларҙы хөрмәт менән иҫкә алалар. Шәйҙулла Ғәбит улы бер нисә йыл ауылда тракторсы, артабан 27-се һөнәрселек училищеһы ҡаҙанлығында, Дәүләкән электр селтәрҙәре йәмғиәтендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Был вазифала 30 йылдан ашыу хеҙмәт һала. Тәсбихә Вәли ҡыҙының да хеҙмәт стажы 35 йылдан ашыу. Уларҙың икеһенең дә «Хеҙмәт ветераны» исеме, күп почет грамоталары бар.
Балалары ла тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Өлкән улдары Дамир Себерҙә, Эльвер машинист-крансы, Илгиз Дәүләкән «Йылылыҡ селтәрҙәре» муниципаль предприятиеһында эшләй. Хәҙер инде дүрт ейәндәренә лә ҙур, яҡты, йылы, ҡунаҡсыл йорттоң ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Балаларҙың шат тауыштарын йыш ишеткән күршеләре лә Яҡуповтарҙың балалары һәм ейәндәре йыйылғанын аңлап тора. Йорт алды йыйыштырылған, бөхтә, әйләнә-тирәлә - өләсәләре менән олаталары үҫтергән сағыу сәскәләр, баҡсала - йәшелсә-емеш. Ейәндәре уларҙа ҡунаҡ булырға ярата – өләсәләре бешергән бәлештәр, борщ, милли аштар телеңде йоторлоҡ була. Әсәй, атай менән әңгәмәләшеү, изге, эшлекле кәңәштәр алыу үҙе ни тора.
Тормошта бөтәһе лә була. Әммә түҙемлек, бер-береңде аңлау, аҡыл Яҡуповтарға 50 йыл бергә йәшәргә ярҙам иткән! Алтын туй – ул оҙон тормош юлы, оҙаҡ йылдар дауамында бергә ҡалыу.
«Район гәзитен уҡыйһығыҙмы?» - тигән һорауға Тәсбихә менән Шәйҙулла икеһе бер тауыштан: «Әлбиттә! Күпме йәшәйбеҙ, шунса йыл «районка»ны алдырабыҙ, бөтә конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашабыҙ. Күптән түгел генә термос оттоҡ», - тип яуап бирҙеләр.
Ирле-ҡатынлы Яҡуповтарҙы юбилейҙары менән ҡотлап, редакция коллективы үҙ подписчиктарына ысын күңелдән сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итеүҙәрен теләй.
Читайте нас: