+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2019, 12:55

Легендар Калашниковҡа – 100

Легендар конструктор Михаил Тимофеевич Калашниковтың 100 йыллығы.

Ул Алтай крайында ябай крәҫтиән ғаиләһендә 17-се бала булып донъяға килә. Бала саҡтан төрлө техник ҡулайламаларҙың һәм механизмдарҙың нисек эшләүе менән ҡыҙыҡһынып үҫә.
Хеҙмәт юлын тимер юлы станцияһында башлай. Әрмегә алына, танкист булып хеҙмәт итә. Тап ошонда төрлө ҡоралдар менән ҡыҙыҡһына башлай һәм танк өсөн махсус иҫәп приборы уйлап сығарып, танылыу таба.
Бөйөк Ватан һуғышы башлана, Калашников беренселәрҙән булып фронтҡа китә. Яраланып госпиталдә ятҡан сағында, Калашниковтың башына совет ғәскәрҙәре өсөн махсус ҡорал - пистолет-пулемет уйлап сығарыу идеяһы тыуа. Етәкселек ҡоралды юғары баһалай, әммә камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә кәңәш бирә. Параллель рәүештә Калашников автомат өҫтөндә лә эшләй. Һөҙөмтәлә, ул уйлап сығарған АК-47 автоматы иң яҡшыһы тип табыла һәм Совет Армияһының төп ҡоралдарының береһенә әйләнә.
Һуғыштан һуң, Ижевск заводына баш конструктор итеп тәғәйенләнә. Генерал-лейтенант, техник фәндәр докторы Калашников етәкселегендә йөҙәрләгән яңы ҡоралдар етештерелә. Әйткәндәй Михаил Тимофеевич әҙәбиәтте һәм классик музыканы ярата, шиғырҙар яҙа, ул СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ла була.
Легендар шәхес 94 йәшендә вафат була.
Читайте нас: