Күп илдәр өсөн йыл һайын 13 ноябрҙә Бөтә донъя Изгелек көнөн байрам итеү матур йолаға әйләнде.
Был дата 1998 йылда Бөтә донъя изгелек хәрәкәтенең Токиола үткән 1-се конференцияһы асылыуға арнала.
Хәҙерге заманса технологиялар тиҙлекле интернет заманында хис-тойғолар, рухи сифаттарҙың йыш ҡына икенсе планға күсеүе, әлбиттә, бер кемгә лә сер түгел. Шуның өсөн дә бөгөнгө байрам изгелек ҡылыуы ҡатмарлы түгел, ә уның һөҙөмтәһе баһалап бөткөһөҙ икәнлеген иҫебеҙгә төшөрә.
Уның тағы ла бер маҡсаты - ниндәй телдә һөйләшеүенә, мәҙәниәтенә ҡарамай, төрлө милләт халҡын берләштереүгә булышлыҡ итеү.
Бер-беребеҙгә изгелекле һәм мәрхәмәтле булайыҡ!