+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2019, 17:40

Логопед этен һөйләшергә өйрәткән

Америкала йәшәүсе логопед 16 ай эсендә этен һөйләшергә өйрәткән

Ул инде 29 һүҙ белә.
Америкала йәшәүсе логопед 16 ай эсендә этен һөйләшергә өйрәткән. Стелла ҡушаматлы эт ашарға һәм эсергә һорап ҡына ҡалмай, махсус яйланма ярҙамында үҙенең хис-тойғоларын да белдерә ала.
Логопед Кристина Хангер ҙур кнопкалар менән таҡта яһаған, уларҙың һәр ҡайһыһы айырым һүҙ аңлата. Баҫҡас, улар тауыш сығара. Девайста эттәр өсөн мөһим – «бар», «уйнарға», «йүгер» командалары ғына түгел, ә эмоциональ торошто аңлатыусы «бәхетле», «уҫал» кеүек сифаттар ҙа бирелгән.
Ҡыҙ, шулай уҡ, Стелла, Кристина һәм Джейк (хужабикәнең кейәүе) исемдәре өсөн дә бер нисә төймә ҡалдырған. Эт «Парк, яратам һине, урамға сығайыҡ» тигән төймәләргә баҫып, үҙенең ни теләгәнен аңлатып бирә ала.
Автор: Зөлфиә Фәтхетдинова.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Материал «Ҡыҙыл таң» гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: