+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2019, 17:15

Аэропортҡа сусҡаны эшкә алғандар

Донъяла беренсе тапҡыр Сан-Франциско аэропортында йорт хайуаны ярҙамында пассажирҙарҙы стрестан сығарыу буйынса эксперимент үткәрелә.

Ул пассажирҙарҙы стрестан сығарасаҡ.
Донъяла беренсе тапҡыр Сан-Франциско аэропортында йорт хайуаны ярҙамында пассажирҙарҙы стрестан сығарыу буйынса эксперимент үткәрелә. Бында Лилу ҡушаматлы 5 йәшлек сусҡаны эшкә алғандар, ул аэропорттағы «тынысландырыу бригадаһы»ның бер ағзаһы булып тора, тип хәбәр итә «Reuters» мәғлүмәт агентлығы.
Пилот фуражкаһы кейгән сағыу ҡыҙыл тояҡлы Лилу, хәүефһеҙлек хеҙмәтенең металл эҙләгесе аша үтеп, пассажирҙарҙы ҡаршы алырға ашыға. Ул пассажирҙарҙы сәләмләп тояғын күтәрә һәм бик теләп селфиға төшә. Үҙенең уйынсыҡ пианиноһында күңелле көй менән уларҙы оҙатып ҡала.
Лилу кешеләр менән аралашырға ярата. Тик, бөтә хайуандар кеүек үк, кемдеңдер көтмәгәндә артҡы яҡтан килгәнен яратмай. «Аэропортта көтөлмәгән осрашыуға шатланыусы балаларҙың һәм өлкәндәрҙең кәйефтәре күтәрелеүен күреү бик күңелле»,- ти уның хужабикәһе.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.
Автор: Зөлфиә Фәтхетдинова.
«Ҡыҙыл таң» гәзитенән алынды.
Читайте нас: