Был Көндө булдырыуҙың инициаторы – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы яҡлауында Европа сифат ойошмаһы.
Бөтә донъя сифат көнө 1990 йылда раҫлана. Ә алты йылдан һуң Европа сифат ойошмаһы ноябрҙең икенсе кесаҙнаһын, Европа сифат аҙнаһын иғлан итә.
Уның маҡсаты – етештерелгән продукция һәм хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, шулай уҡ сифат проблемаларына иғтибар йүнәлтеү.
Һүҙ кешеләр һәм тирә-яҡ мөхит өсөн тауарҙарҙың хәүефһеҙ булыуы тураһында ғына түгел, ә ҡулланыусылар һорауҙарын ҡәнәғәтләндереү дәрәжәһе тураһында ла бара.