+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 14:40

Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө

Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө Рәсәйҙә йыл һайын 15 ноябрҙә билдәләнә.

1992 йылдан алып, Рәсәй президенты Б.Н. Ельциндың бойороғо буйынса, хәрби хеҙмәттең абруйын күтәреү, йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙе яҡшыртыу маҡсатында Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө Рәсәйҙә йыл һайын 15 ноябрҙә билдәләнә.
Рәсми телдә әйткәндә, закон буйынса РФ Ҡораллы көстәр сафына саҡырылыусы хәрби хеҙмәткә яраҡлы 18-ҙән 27 йәшкә тиклемге ир-егеттәр призывник тип атала.
Һалдат блокнотынан
Һәр кеше һалдат түгел, әммә һәр һалдат – кеше!
Тормошто ярат, шул саҡта ул һине күҙ йәштәре аша ла көлөргә өйрәтер.
Ҡарап үҫтергән әсәйеңде рәнйеткәнсе, үҙеңде донъяла юҡ тип иҫәплә.
Кемдер сәскә тотһон өсөн, беҙ автомат ҡосаҡлайбыҙ.
Читайте нас: