-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2019, 17:10

Лимон һәм әфлисун менән ҡатлы бәлеш

1 стакан йылы һөткә 1 аш ҡашығы ҡоро сүпрәне һалып, күпертеп алабыҙ.

Ҡамыр өсөн:
1 стакан йылы һөткә 1 аш ҡашығы ҡоро сүпрәне һалып, күпертеп алабыҙ.
100 гр аҡ май эретәбеҙ, 1 аш ҡашығы шәкәр ҡомо һалабыҙ, 0,5 сәй ҡалағынан аҙыраҡ тоҙ, 1 йомортҡа, күпертелгән һөтлө сүпрәне һалып бутайбыҙ ҙа, он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ.
Эслек өсөн:
1 лимон, 2 әфлисунды ит турағыс аша үткәреп, шәкәр ҡомо һалабыҙ. Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп, табаға һалабыҙ, ҡамыр өҫтөнә эслек һалабыҙ, бәләкәй киҫәк ҡамырҙы йәйәбеҙ, тағы ла эслек, шунан тағы ла – ҡамыр. Май, шәкәр ҡомо һәм ондан ыумас ыуып бәлеш өҫтөнә һибәбеҙ. Сәйегеҙ тәмле булһын!
Мәрйәм Минеғолова.
Фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.
Читайте нас: