-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 16:40

15 иң яҡшы Яңы йыл хөрәфәттәре

Яңы йыл менән бәйле бик күп һынамыштар билдәле. Уларға ярашлы, киләһе йылдың ниндәй булыуы Яңы йыл төнөндә нимәләр эшләүегеҙгә бәйләнгән. Һеҙҙең иғтибарға 15 иң яҡшы Яңы йыл хөрәфәттәрен тәҡдим итәбеҙ.

Яңы йыл менән бәйле бик күп һынамыштар билдәле. Уларға ярашлы, киләһе йылдың ниндәй булыуы Яңы йыл төнөндә нимәләр эшләүегеҙгә бәйләнгән. Һеҙҙең иғтибарға 15 иң яҡшы Яңы йыл хөрәфәттәрен тәҡдим итәбеҙ.
  1. Төнгө 12-лә үбешеү
  2. Әгәр ҙә куранттар 12-не һуҡҡанда яратҡан кешеңде үпһәң, киләһе йылда һөйөү хистәрегеҙ һыуынмаясаҡ тип һанала.
    1. 12 виноград емеше ашағыҙ
    2. Яңы йылдың тәүге минуттарында 12 виноград ашаһағыҙ, йылығыҙ уңышлы үтәсәк тиҙәр.
      1. Шкафтарығыҙҙы тултырығыҙ
      2. Яңы йылды муллыҡтан башлағыҙ, аш-һыу бүлмәһендәге шкафтарығыҙ буш тормаһын – уларҙы аҙыҡ-түлек менән тултырып ҡуйығыҙ.
        1. Янсығығыҙға аҡса һалығыҙ
        2. Байрам төнөндә янсығығыҙға һәм кеҫәләрегеҙгә аҡса һалып ҡуйығыҙ. Бынан тыш булған бурыстарығыҙҙан байрамға тиклем ҡотолорға тырышығыҙ.
          1. Өйөгөҙҙө йыйыштырмағыҙ
          2. Уңышты йыуып сығармаҫ өсөн, был төндә бер ниндәй ҙә йыйыштырыу эштәре менән булмағыҙ – хатта һауыт-һаба ла йыумағыҙ. Әммә өйөгөҙҙә алдан тәртип булдырығыҙ, кәрәкмәгән, иҫке әйберҙәрегеҙҙе ташлау кәңәш ителә.
            1. Төнгө 12-гә тиклем ишегегеҙҙе асығыҙ
            2. Иҫке йылды сығарып ебәрегеҙ һәм Яңы йылды индерегеҙ. Әммә ишекте бик оҙаҡ асып тотмағыҙ, юғиһә һынамыштарға ныҡ ышанған яҡындарығыҙҙың һалҡын алдырыуы бар!
              1. Иламағыҙ
              2. Байрам төнөндәге күҙ йәштәре йыл буйына төшөнкө кәйеф бүләк итергә мөмкин.
                1. Йәшел тәмләткестәр ашағыҙ
                2. Был төндө көньяҡ йолаларға ярашлы йәшел борсаҡ һәм тәмләткестәр ашау киләһе йылға уңыш һәм муллыҡ вәғәҙәләй.
                  1. Йортоғоҙҙан сыҡмағыҙ
                  2. Иң яҡшыһы - тотош йылға етерлек уңыш алып килерлек ҡунаҡтар көтөгөҙ. Мәҫәлән, Шотландияла Яңы йылда йортҡа килеүсе тәүге ҡунаҡ үҙе менән бүләк алып килергә тейеш тип иҫәпләнә!
                    1. Ниндәй ҙә булһа шау-шыу булдырығыҙ
                    2. Көслө музыка, күңелле шау-шыу, фейерверктар яуыз көстәрҙе ҡурҡыта.
                      1. Сельд балығы ашағыҙ
                      2. Германияла һәм Швецияла был уңыш килтерә тип иҫәпләнә.
                        1. Буш сумаҙан алығыҙ
                        2. Колумбияла ошондай ысул менән үҙеңде мажараларға әҙерләйһең тип уйлайҙар.
                          1. Тауыҡ ашауҙан һаҡланығыҙ
                          2. Тауыҡтар ҡанатлы ҡоштар булғанлыҡтан, уңышығыҙ һеҙҙән осоп китәсәк тип һанала.
                            1. Һеҙҙең тыуған көнөгөҙ Яңы йылға тура киләме?
                            2. Әгәр ҙә һеҙ ошо көндә тыуғанһығыҙ икән, ғүмерегеҙ ысын мәғәнәһендә уңышлы тип иҫәпләнә.
                              1. Бәхетле булырға тырышығыҙ
                              2. Йылды нисек ҡаршы алаһың - шулай үткәрәһең тигән Яңы йыл һынамышы киң таралған. Шуға күрә, Яңы йыл төнөндә йөҙөгөҙ бәхеттән балҡып торһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгеҙ.
                                Читайте нас: