+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 16:55

25 мең кешене тереләй күмгәндәр

Ни ғәжәп, улар үҙҙәре ошо хаҡта үтенгән.Көньяҡ Кореяла ғәҙәти булмаған тенденция күҙәтелә, унда кешеләрҙе тере килеш күмеп ҡарау ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара икән.

Ни ғәжәп, улар үҙҙәре ошо хаҡта үтенгән.
Көньяҡ Кореяла ғәҙәти булмаған тенденция күҙәтелә, унда кешеләрҙе тере килеш күмеп ҡарау ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара икән.
Reuters мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 7 йылда, әлеге йүнәлеш буйынса шөғөлләнеүсе үҙәккә, тереләй «күмеүҙәрен» һорап, 25 мең кеше мөрәжәғәт иткән.
Әлеге кешеләр тулыһынса үҙҙәренең һуңғы юлға оҙатыуҙарының репетицияһын яһап ҡарарға булған. Быны улар иртәгәге көнгә ышаныс булдырыу маҡсатында эшләй. Табутҡа кереп ятып, уның ҡапҡасын япҡандан һуң, бер нисә тапҡыр сүкеш менән һуҡҡылағас, «үлеп ҡараусылар»ҙы 10 минут табутта ятҡыралар.
Әлеге уйында ҡатнашыусыларға ошо 10 минут бөтөн ғүмер юлдарын, гонаһтарын, яҡшыһын, насарын иҫкә алып, тәүбәгә килергә ярҙам итә икән. Үҙәк етәкселәре яңыса йәшәй башларға ярҙам итә.
Автор: Резеда Ғәликәева.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.
Материал «Ҡыҙыл таң» гәзитенән алынды.
Читайте нас: