+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 17:15

«50 йомортҡаны бер ултырыуҙа ашай алам!»

Һиндостанда 42 йәшлек ир дуҫтары менән бешкән 50 йомортҡа ашай алам тип бәхәсләшкән. Еңгән хәлдә ул 2 мең рупий (беҙҙеңсә аҡса менән 2 мең һумға яҡын) алырға тейеш була.

Һиндостанда 42 йәшлек ир дуҫтары менән бешкән 50 йомортҡа ашай алам тип бәхәсләшкән. Еңгән хәлдә ул 2 мең рупий (беҙҙеңсә аҡса менән 2 мең һумға яҡын) алырға тейеш була.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ирҙең ҡаршыһына бер биҙрә бешкән йомортҡа ҡуялар һәм ул ашай башлай. Тик 41-сеһен ашап бөткәс, ул аңын юғалтып йығыла.
Уны ашығыс рәүештә район дауаханаһына килтерәләр, ә унан һуң Медицина фәндәре институты клиникаһына илтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар ирҙең ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Ул бер нисә сәғәттән вафат була.
Табиптар уның кинәт күп ашауҙан күбенеп үлеүен билдәләй. Ғаилә ағзалары ирҙең үлеменә аңлатма биреүҙән баш тартҡан.
Автор: Юлиә Төхбәтуллина.
Фото: dekor.delfi.ee
Материал «Ҡыҙыл таң» гәзитенән алынды.
Читайте нас: