+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 16:20

Аҙна беҙгә ни вәғәҙәләй?

Шишәмбе, 19 ноябрьБөгөнгө көн финанс өлкәһендә аҡса мәсьәләләрен тәртипкә килтереү, киләсәккә иҫәпләүҙәр эшләү, ҙур әйбер һатып алырға ҡарар ҡабул итеү, магазиндар буйлап йөрөү өсөн ҡулай. Ҡулығыҙға табыш инеүе мөмкин. Әммә ҡомарлы уйындарға һәм ялған уңыштарға өмөтләнмәгеҙ – көн тик табыш алыу өсөн алдан тырышҡандарға ғына уңыштар алып киләсәк.

Шишәмбе, 19 ноябрь
Бөгөнгө көн финанс өлкәһендә аҡса мәсьәләләрен тәртипкә килтереү, киләсәккә иҫәпләүҙәр эшләү, ҙур әйбер һатып алырға ҡарар ҡабул итеү, магазиндар буйлап йөрөү өсөн ҡулай. Ҡулығыҙға табыш инеүе мөмкин. Әммә ҡомарлы уйындарға һәм ялған уңыштарға өмөтләнмәгеҙ – көн тик табыш алыу өсөн алдан тырышҡандарға ғына уңыштар алып киләсәк.
Шаршамбы, 20 ноябрь
Көн дыуамаллығы һәм көтөлмәгән ваҡиғаларға бай булыуы менән айырыла. Әгәр һеҙ шаршамбыға ниндәйҙер эштәр планлаштырған булһағыҙ, уларҙың һеҙ теләгәнсә бармау мөмкинлегенә алдан уҡ әҙер тороғоҙ. Әйләнә-тирәләгеләр менән аралашҡанда айырыуса һаҡ булығыҙ: тәк торғандан ғына ла ғауға ҡуптарыу ҡурҡынысы бар. Был эмоцияларға бай көндө ижадҡа, йә булмаһа мөхәббәткә бағышлау - иң яҡшыһы.
Кесаҙна, 21 ноябрь
Кесаҙна һеҙҙән икеләтә һаҡлыҡ талап итә, бөтә эштәрҙең дә ыңғай һәм кире яҡтарын үлсәп ҡарағыҙ. Шуға күрә, теләһә ниндәй эште, хатта бик еңелен үтәгәндә лә ауырлыҡтарға әҙер тороғоҙ. Бер яҡтан, бындай тактика тиҙ генә ҡарар ҡабул итеүҙе һәм ныҡлы ихтыяр көсө талап иткән эштәрҙә ҡаршылыҡтар тыуҙырыуы ихтимал булһа ла, бөгөн хата ебәреү ҡурҡынысы (айырыуса мөһим эштәрҙә) бөтөнләй юҡ. Дөйөм алғанда көн пландар ҡороу, башланған эштәрҙе дауам итеү өсөн ҡулай, әммә яңы проекттарға тотонорға һәм аврал режимында тир түгергә кәңәш ителмәй.
Йома, 22 ноябрь
Көн эмоцияларға бай булмаҡсы. Әгәр һеҙ башҡарыласаҡ эштәрегеҙҙе минутына тиклем планлаштырған булһағыҙ ҙа, уларҙы аҙағына тиклем атҡарып сыға алмаясаҡһығыҙ. Был көндө һеҙгә теләктәрегеҙ һәм хистәрегеҙ юл күрһәтеүсе булып торасаҡ, шуға йома көтөлмәгән ваҡиғаларға бай, әммә дөйөм алғанда уңышлы булырға оҡшай. Хатта аҡса мәсьәләһе, эшлекле һорауҙарҙа ла йөрәгегеҙҙе тыңларға һәм уңышҡа ныҡлап ышанырға кәңәш ителә. Бындай тактика үҙ емештәрен килтерәсәк. Аралашыу теләгегеҙҙе йүгәнләмәгеҙ, сөнки төрлө аралашыуҙар һәм дуҫтарса мөғәмәлә һеҙгә теләгегеҙҙе үтәү мөмкинлеге бирәсәк.
Шәмбе, 23 ноябрь
Көн элек башланған эштәрҙе тамамлау өсөн ҡулай. Бөгөн ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ бөтә мөмкин булғандарынан яҡшыраҡ булмаҫ, шулай ҙа оптималь булыуы һәм еңел хәл ителеүе ихтимал. Шәмбе көн һеҙгә энергия һәм әүҙемлек алып килер. Ауырыу ихтималлығы бөтөнләй юҡ тиерлек, әммә йәрәхәтләнеү ҡурҡынысы бар.
Йәкшәмбе, 24 ноябрь
Был көн әүҙемлеккә, энергияға бай булһа ла, организмығыҙ был ынтылышҡа бар көсөнә ҡаршы торасаҡ, ял итеүгә тартыласаҡ. Бындай эске торошоғоҙ көн дауамында төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға килтерергә мөмкин. Осрашыуҙарға һуңлауығыҙ, нимәнелер онотоуығыҙ, артыҡ һүҙ ысҡындырып ҡуйыуығыҙ бар. Был көндөң бөтә кире яҡтарын ыңғай яҡҡа әйләндерер өсөн уны ял итеүгә бағышлағыҙ.
Читайте нас: