+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 16:45

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Был иҫтәлекле датаны илебеҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Дан һәм хәтер йылы тип иғлан ителгән киләһе йылдабилдәләй.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Был иҫтәлекле датаны илебеҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Дан һәм хәтер йылы тип иғлан ителгән киләһе йылда
билдәләй.
Дәүләкән районында ла Еңеү көнөнә әҙерлек башланды. Район хакимиәте тарафынан Бөйөк Еңеүгә арналан сараларға әҙерлек һәм үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ойоштороу комитеты раҫланды, ошо көндәрҙә уның ултырышы үткәрелде. Ултырыш барышында һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар планы ҡаралды. Һуғышта ҡатнашҡан дәүләкәндәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән һәйкәлдәр һәм обелискылар төҙөкләндереләсәк, уларҙың тирә-яғы тәртипкә килтереләсәк.
Ойоштороу комитеты ағзалары Бөйөн Еңеү көнө хөрмәтенә байрам саралары, шул иҫәптән «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәреүгә бәйле һорауҙарҙы ҡараны.
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: