Эсендә сюрприз булған шоколадтар һәр ваҡыт популяр булған. Һуңғы йылдарҙа эсенән бәләкәй генә матур уйынсыҡтар сығыусы киндер-йомортҡаларға балалар айырыуса мөкиббән китә. Ләкин Бөйөк Британияла йәшәүсе бер әсә балаһына шундай киндер алып биргәндән һуң, ғәжәпкә ҡалған.
Шулай итеп, София Браун исемле йәш ҡатын улына киндер-йомортҡа бүләк иткән. Әсә менән ул шоколад эсенән шул исемдәге йәнһүрәттән берәй герой-уйынсыҡ сығыр тип уйлаған. Ләкин София йомортҡаны асҡас, уйынсыҡ урынына... алты дарыу төймәһе таба. Дөрөҫөрәге, улар наркотик булып сыға. Ғәжәпкә ҡалған ҡатын полиция саҡыртҡан. Һәм уларға улы йомортҡаны үҙаллы аса алмағас, уны асырға ярҙам итеүе һәм ошо препараттарҙы табыуы тураһында һөйләгән. Ә бала дарыуҙы ҡабып ҡараған булһа? Һөҙөмтәһен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Полицейскийҙар был дарыуҙарҙың балалар уйынсығы эсенә нисек барып эләгеүен аңлата алмай.