+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2019, 17:05

Быға ла интернет ғәйеплеме инде?...

Рәсәй йәштәренең интернетҡа бәйлелеге власть органдарын борсой.Мәҫәлән, Дәүләт думаһы вице-спикеры Ольга Епифанова «Әсә булыу – изгелек» тип аталған форумда сығыш яһағанда: «Ошо бәйлелек – илдә балалар тыуыуҙың кәмеүенә килтергән сәбәптәрҙең береһе»,- тигән.

Рәсәй йәштәренең интернетҡа бәйлелеге власть органдарын борсой.
Мәҫәлән, Дәүләт думаһы вице-спикеры Ольга Епифанова «Әсә булыу – изгелек» тип аталған форумда сығыш яһағанда: «Ошо бәйлелек – илдә балалар тыуыуҙың кәмеүенә килтергән сәбәптәрҙең береһе»,- тигән.
Уның фекеренсә, Рәсәйҙә халыҡ һанының кәмеүе 2023 йылға тиклем дауам итәсәк. «Айырым кешеләр социаль селтәрҙәрҙән айырыла алмай. Интернетҡа бәйлелек һөҙөмтәһендә йәштәрҙә эгоизм көсәйә, тормоштағы мөһим маҡсаттар, ғаилә ҡиммәттәре юғала бара»,- тип иҫәпләй вице-спикер.
Был турала ТАСС хәбәр итә.
Автор: Иҙрис Сәйетғәлиев.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.
Материал «Ҡыҙыл таң» гәзитенән алынды.
Читайте нас: