Сит илдәрҙән кергән аш-һыу рецептары аҡрынлап беҙҙең тормошта ла үҙ урынын ала. «Макдоналдс», «KFC» кеүек кафеларҙа киң таралыу алған гамбургер, чизбургерҙарҙы өйҙә лә яһап була. Яһап ҡарайбыҙмы?
Чизбургер өсөн фарш, йомортҡа, бәләкәй булочкалар, помидор (тоҙло ҡыяр ҡушһағыҙ ҙа ярай), салат япраҡтары, һуған, гәрсис, майонез, соус, бутерброд өсөн сыр, тоз кәрәк буласаҡ.
Һауытҡа фарш, тоҙ, йомортҡа, ваҡланған һуған ҡушып, йоҡа ғына котлеттар эшләгеҙ. Уларҙы бер аҙға һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Булочкаларҙы урталай ярып, табаға бер аҙ көнбағыш майы һалып, киҫелгән яғын ҡыҙҙырып алығыҙ.
Икенсе һауытҡа майонез, соус, гәрсис һалып бутағыҙ. Булочкалар һыуынғас, киҫелгән еренә ошо соусты буяғыҙ.
Һыуынған фаршты 5-7 минут ике яҡтан да ҡыҙҙырығыҙ.
Соуслы булочкалар өҫтөнә салат япрағы, унан котлеттарҙы һалығыҙ. Ит өҫтөнә сыр ҡуйығыҙ (уның өҫтөнә тоҙло ҡыяр ҙа ҡуйырға була). Унан һуң помидор һалғас, булочканың икенсе яртыһы менән ҡаплап ҡуйығыҙ.
Автор: Гөлиә Мөғәлиммова.
Материал «Ҡыҙыл таң» гәзитенән алынды.