Туйға саҡырҙылар. Барғы килә, тик аҡсаның юҡ сағы. Нимә эшләргә, ауыл магазинындағы кеүек яҙҙырып барып булмай бит инде. Хәзәйке менән кәңәшләштектә, һарыҡ һалырға булдыҡ. Туйҙа һарыҡ әйтеп, күңелле генә йөрөп ҡайттыҡ. Тик, шул йәйҙе бүре ике һарыҡты сәлдерҙе, 4 кенә бөртөк оло һарыҡ ҡалды. Былайҙа әҙ генә һарыҡты биреп булмай бит инде, алдағы йылда бирербеҙ әле . Алдағы йылдарҙала һарыҡ артыҡ үрсемәне. Йылдар үтә торҙо, туйҙа әйткән һарыҡ яйлап онотолдо.
Юбилейгә саҡырҙылар, тағы һарыҡ әйттек. Бүре тейҙе, тип уныһында онотторҙоҡ. Оҫтарып алдыҡ бит әй, туйҙар, юбилейҙар һайын һарыҡ “һалабыҙҙа”, яйлап онотторабыҙ. Һарыҡта теүәл, беҙҙә ҡәнәғәт, хәҙерге мәлдә кемдең артыҡ аҡсаһы булһын.
Шулай бер саҡ, бер туғандың ҡыҙының туйына саҡырҙылар. Кейәү бала комерсант икән. Бик ҡиммәтле генә кәттиждә булды туй. Ҡыландырған булалар инде шунда, әллә 3 “шестерканы” бергә йәбештереп оҙон машина эшләгәндәр, ЗАГС-тан шуның менән килеп төшкән булдылар. Туй күлдәген әллә берәй баскетболистканыҡын алып торған, артынан биш метрҙай һөрәлеп бара, уныһын бер малай тотҡан булған. Бер түгел, ике помадамы- тамадамы туйҙы алып барған була, ҡоҙалар менән һөйләшергә хутта юҡ. Өҫтәлдә әллә күпме мин күрмәгән ризыҡтар.Ашарға килтерҙеләр, тәрилкәлә бер ҡалаҡтай нәмә, етмәһә хәзәйкә әйтмешләй, бер һоғонорҙай ашамлыҡты, ултырырға тейешмен бысаҡ менән ваҡлап, яйлап ҡына. Уныһы латны, елде фужерҙарға бер йотомдай, ниндәйҙер араҡымы,роммы ҡойҙолар, етмәһә мин шуны яйлап бүлеп эсәргә тейешмен.Былай булырын белһәм өйҙән берәй ярты сәмәй ҡыҫтырып килгән булыр инем. Яҙһаң күп инде, ҡыланғандарын.
Бүләктәр тапшыра башланылар. Мин ней ғәҙәттәгесә, “ Ут нас вам поҙарыҡ, ағрумный абищкә-баран. Кейәү кеше, “Уточните пожалуйста, овечка или баран”. Йән көйҙө, эстән генә “ какая разница, һиңә ул һарыҡ бысағымамы , барыбер каттижеңдә көтмәйһең”, ә кейәүгә “ Әвищкә, кәнишнә”- тигән булам. “ О-о-о, огромное спасибо, никто еще мне овца не дарил”.
Туй үтте, ғәҙәттәгесә бүләк иткән һарыҡта онотолдо. Туйҙан һуң ике йыл үткәс, теге камирсант кейәү килеп төштө. Мунса яҡтыҡ, үҙебеҙсә һыйлаған булдыҡ, йоҡлап ҡайтырһың тиһәк, кейәү
-Я за овечками приехал, извините , некогда, в следующий раз с женой приедем, там и погостим. Ярай инде, йәл булһала бирергә тура килә инде, шул бер һарыҡ өсөн әллә ҡайҙан килгәнсе, бай кеше үҙенә яҡын тирәнәндә һатып алыр ине. Кис, һарыҡтар ҡайтҡан ине, әйҙә оҡшағанын һайлаһын тип
-Әйҙә, выбирәй, какуй хушиш, 8 һарыҡты күрһәтеп.
- Эти все овечки чтоли, так забираю всех. Шул саҡ саҡ ҡына ихтибар иттем, машинаһына прицеп таҡҡанын.
- Как, вси, м-м-мин бит атна сказал, на туйда, -тип саҡ-саҡ әйтә алам тотлоғоп.
-Когда это было, 2 года тому назад. За два года они же разумнажаются. Так, каждый год по два ягненка, это уже будет 5штук, плюс пени каждый год по два барана-4, итого –получается 9 штук. Так что получается еще вы должны.
Хәзәйкә илай, мин йыуатҡан булам, ике бәрәс ҡалала инде.” Икенсе йыл береһен ҙурайтып бирһәк, үҙебеҙгә берәүһе ҡаласаҡ, яйлап үрсер әле. Әле 84 йылғы “шестеркабыҙҙы” тартып алмағас һәйбәт, улар менән талашһаң, өйөңделә тартып алырға мужиттар” –тигәс, хәзәйкә тынысланды.
Ҡабат туйҙарҙа бер ваҡыттала һарыҡ әйтмәҫмен моғайын. Бер йылдан теге бәрәстәр ҙурайып һарыҡҡа әйләнделәр. Пока пениһе булмаҫ борон тип һарыҡты үҙем алып китеп барам.
Минең яҙмалар төркөмөнән.
+8 °С
Болотло