-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2019, 13:15

БАШҠОРТ ҠЫҘҘАРЫ ТУЙҘА АТАҺЫ МЕНӘН БЕЙЕЙМЕ?!

Һуңғы осорҙа башҡорт халыҡ туй йолаларына төрлө яңылыҡтар, үҙгәрештәр, хатта сит ил йолаларын индереү йышайҙы. Был күренеш үҙебеҙҙекен онотоуға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе бутауға, һөҙөмтәлә киләһе быуынға яңылыш мәғлүмәт ҡалдырыуға килтерә

Һуңғы осорҙа башҡорт халыҡ туй йолаларына төрлө яңылыҡтар, үҙгәрештәр, хатта сит ил йолаларын индереү йышайҙы. Был күренеш үҙебеҙҙекен онотоуға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе бутауға, һөҙөмтәлә киләһе быуынға яңылыш мәғлүмәт ҡалдырыуға килтерә.

Мәҫәлән, туй мәлендә кәләште атаһы менән бейетеү. Бейеүҙән һуң кейәү егетенә тапшырыу. Бындай ҡылыҡ беҙҙең халыҡта юҡ! Башҡорт ҡыҙҙары атаһы менән етәкләшеп, ҡосаҡлашып вальс бейеп йөрөү түгел, ҡулынан да тотмаған. Ғөмүмән, беҙҙең ҡыҙҙар туй мәлендә йыш ҡына яулыҡ йә сымылдыҡ менән йәшереп йөрөтөлгән. Атайҙарыбыҙ ҙа ҡыҙ балаһын биленән ҡосоп бейеп йөрөмәгән (үҙегеҙҙе шул урынға ҡуйып ҡарағыҙ әле?!)

Атай менән кәләш бейеүе - христиандарҙан. Йышыраҡ ул шул диндәге ҡара халыҡта күҙәтелә. Был хаҡта яңыраҡ башҡорт туй йолаларын яҡшы белгән билдәле ағинәй менән дә һөйләштек.

Шуға күрә, ситтән нимәлер күреп, үҙебеҙҙә ҡабатларҙан алда яҡшылап уйлаһаҡ ине, һис юғы белгән кешеләрҙән һораһаҡ ине! Йолалар - ул беҙҙең булмышыбыҙ, тәрбиәбеҙ, менталитетыбыҙ!
«Ашҡаҙар –моңло радио» сайтынан алынды.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: