- Еләк-емеште туңдырылған килеш ҡайнар һыуға һалырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметегеҙ һәм талғын утта 5 минут ҡайнатығыҙ.
- Еләк-емештән компот ҡайнатҡанда 1,5 стакан еләккә ҡайнап торған һыу һалырға, 10 минут тоторға, һыуын ағыҙып тағы ҡайнатырға һәм 1 стакан шәкәр ҡомо һалырға, ҡайнап сыҡҡас кире банкаға ағыҙып, ҡапҡас менән ябырға. Банканы аҫтын өҫкә әйләндереп һыуытырға. Компот һыуынғас һалҡын урынға урынлаштырырға.
-Компоттың төҫө матур булһын өсөн, аҙаҡтан бысаҡ осона элеп лимон кислотаһы һалырға була.
- Компотты алюмин кәстрүлдә ҡайнатмағыҙ. Еләк-емештәге кислота реакцияға инеп, ҡушылмалары компотҡа күсергә мөмкин.