+14 °С
Дождь
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноября 2019, 06:45

Бөгөн – Бөтә донъя балалар көнө

Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы был датаны 1954 йылдағы конгресында ҡабул итә.

Уның төп маҡсаты – донъяның төрлө дәүләттәрендәге балаларҙы яҡлау, уларҙы лайыҡлы тормош шарттары менән тәьмин итеү.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ер йөҙөндә йыл һайын 5 йәшкә тиклемге 11 миллион сабый вафат була, тиҫтәләрсә миллионы төрлө сирҙәрҙән ғәрипләнә.
Төп сәбәп – тейешле медицина хеҙмәтләндереүе булмауҙа.
Был мәсьәлә айырыуса Африка дәүләттәрендә киҫкен тора.
Читайте нас