Ҡоръятмаҫ ауылының мәҙәниәт йортонда «Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Сараға мәктәп ҡарамағындағы мәктәпкәсә төркөмгә йөрөүсе кескәйҙәр килде. Ролдәрҙе мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм Ҡоръятмаҫ мәктәбе уҡыусылары башҡарҙы. Альбина Шәймөхәмәтова (бабай), Нурсилә Низаметдинова (әбей), Динара Биктимерова (ҡыҙ), Рәзилә Кәбирова (эт), Диана Биктимерова (бесәй) һәм Гөлшат Шәйхетдиновалар (сысҡан) килештереп уйнаны. Кескәйҙәр тамашаны бик ихлас ҡабул итте һәм үҙешмәкәр артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмде. Улар бындай күңелле ял минуттары бүләк иткән клуб хеҙмәткәрҙәре Динә, Рәзилә, Гөлшат апайҙарына оло рәхмәттәрен еткерҙе һәм тамашанан күтәренке кәйеф менән таралышты.