-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2019, 14:45

Һыу – йәшәү сығанағы

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ауыл биләмәләре араһында конкурстар үткәрелгәндән һуң республика бюджетынан субсидиялар алыу, ауыл халҡының идеяларын тормошҡа ашырыу һәм урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ауыл биләмәләре араһында конкурстар үткәрелгәндән һуң республика бюджетынан субсидиялар алыу, ауыл халҡының идеяларын тормошҡа ашырыу һәм урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Ошо көндәрҙә Урындағы башланғыстарға ярҙам проектының йомғаҡлау йыйылышы Алға ауыл Советында ла уҙҙы. Ҡоръятмаҫ ауылы халҡы мәҙәниәт йортона йыйылды, сөнки проблемаларҙы тик бергәләп кәңәшләшкәндә генә еңеп сығасаҡтарын улар яҡшы аңлай.
Йыйылыш үҙешмәкәр артистар әҙерләгән концерт номерҙары менән башланып китте. Был йыйылыусыларҙың кәйефен күтәреп ебәрҙе. Улар артистарҙы ихлас алҡышланы.
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ринат Әхтәмов йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
Артабан Алға ауыл Советы башлығы Салауат Хисаметдинов ҡыҫҡаса ғына проект тураһында һәм Ҡоръятмаҫ ауылы урамдарында асфальт ҡатламын һәм һыу селтәрҙәрен ремонтлау көнүҙәк мәсьәләләр булып тороуын һөйләп китте. Йыйылыш тыныс шарттарҙа үтте, сөнки ауыл халҡының проблемалар тураһында алдан уҡ һөйләшеп, кәңәшләшеп килеүе һиҙелеп тора ине.
Ҡоръятмаҫтар һыу селтәрҙәрен ремонтлау өсөн тауыш бирҙе. Быйыл башланған был эште, әгәр ҙә конкурста еңеп сыҡһалар, 2020 йылда ла дауам итеп, ауылдың С. Юлаев һәм Тимерлек урамдарында һыу селтәрҙәрен ремонтларға ҡарар иттеләр.
Ауыл халҡы тауыш биргән проект еңеүселәр араһында булып, 2020 йылда тормошҡа ашырылыр тип ышанғы килә.
Читайте нас: