+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2019, 15:05

Ҙур ғаиләнең бәхет сере

Гөлнәзирә Рәис ҡыҙына быйыл октябрь айында «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Гөлнәзирә Рәис ҡыҙына быйыл октябрь айында «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды
Йәш, дәрте ташып һәм күҙҙәренән шатлыҡ осҡондары һирпелеп торған Гөлнәзирә Рәис ҡыҙы Моталлапованы күп бала әсәһе тип әйтерлек тә түгел. Әммә был ысынында шулай.
Мәкәш ауылының киң, төҙөк Мәктәп урамы ул көндө тағы ла күркәмерәк тойолдо, сөнки тирә-яҡты сафландырып тәүге ҡар яуып тора, һауала елбәҙәк ҡар бөртөктәре әйлән-бәйлән уйнай. Йорт мөрйәләренән сыҡҡан күкһел төтөн һауаға күтәрелә. Моталлаповтар ғаиләһе йәшәгән ҙур, иркен йорт беҙҙе ҡапҡаларын киң асып ҡаршы алды. Ғаилә башлығы Салауат Илүс улы әле эштән ҡайтмаған, Гөлнәзирә Рәис ҡыҙы уның ҡайтҡанын көтөп аш-һыу бүлмәһендә ҡайнай, балаларҙың өлкәнерәктәре дәрестәрен әҙерләй, ә кескәйҙәренең үҙ шөғөлө – бергә йыйылып өҫтәл уйыны менән таныша. Йортта йылы, яҡты һәм йәмле. Уйынсыҡтарҙың һәм балалар ҡулы менән эшләнгән әйберҙәрҙең күп булыуы күҙгә ташлана.
Һис тә тартынып тормайынса, балалар ҡунаҡтар янына килә. Малайҙар баҫалҡы ғына йылмайып, күрешергә ҡулдарын һуҙа. Күрәһең, ғаиләлә шундай тәрбиә алғандар.
- 7-се класта уҡыған Миләүшәбеҙ бик тырыш, тик 5-ле билдәләренә генә уҡый, миңә йорттағы бар эштәрҙә лә ярҙам итә,- тип һөйләй Гөлнәзирә. – Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тимерхан – етди егет, уға 11 йәш, 5-се класта уҡый. Оялып ҡына беҙҙең янға һигеҙ йәшлек Кәмилә килә, ул да мәктәп уҡыусыһы. Алты йәшлек Рәдиф мәктәпкәсә төркөмгә йөрөй. Кескәй Рамазан ғына әсәһе янынан китмәй тиерлек. Тәрбиә тураһында һөйләгәндә, Гөлнәзирә, балаларын иркәләп торһалар ҙа, нәмә эшләргә ярағанлығын, нәмә ярамағанлығын аңлатып, артыҡ осондормауҙарын билдәләй.
Награданан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, ул күбеһенсә үҙе һәм балалары тураһында түгел, ә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм әһәмиәтле сараға барыуҙы ойошторған район хакимиәтенең уға күрһәткән иғтибары хаҡында һөйләй.
Ғаиләнең был наградаға лайыҡ булыуы шик тыуҙырмай. Улар алма беш, ауыҙыма төш тип ҡул ҡаушырып ултырмай, бөтәһен дә үҙ тырышлығы менән таба. Декрет ялына киткәнсе Гөлнәзирә Мәкәш ауылында почтальон булһа, Салауат водитель булып эшләй. Ихаталарында 11 баш эре мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, ҙур баҡсаларында төрлө емеш-еләк һәм йәшелсә үҫтерәләр. Шуға уларҙың өҫтәленән йыл әйләнәһенә ит, һөт, йәшелсәләр һәм еләк ҡайнатмалары өҙөлмәй.
«Шундай ҙур хужалыҡты алып барырға ҡайҙан көс алаһығыҙ?»- тигән һорауға улар бер тауыштан: «Әлбиттә балаларыбыҙҙан»,- тип яуап бирҙе. – Шулай уҡ ата-әсәйҙәребеҙҙең ярҙамы ла баһалап бөткөһөҙ. Иң мөһиме, әйләнә-тирәбеҙҙә алсаҡ, эскерһеҙ, изге күңелле, ҡайғыртыусан кешеләр булыуы беҙҙең күңелдәргә ҡанат ҡуя. Бөтә эшләгән эшебеҙҙең дә тик ыңғай яҡтарын ғына күрәбеҙ. Ә бәхетебеҙҙең сере бик ябай: һәр яңы ғаилә ағзаһы тыуған һайын, ғаиләбеҙ ҙә яңынан тыуғандай була. Беҙ һәр нәмәнең ҡәҙерен беләбеҙ, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлайбыҙ. Сер итеп кенә әйтәбеҙ, биш бала әле сик түгел».
Тәҙрә аша аталарының эштән ҡайтҡанын күреп, балаларҙың кемуҙарҙан ҡаршыһына йүгереүҙәре, уның ҡосағына сумып, оҙаҡ итеп иркәләнеп тороуҙары, шулай уҡ тәбиғәт ҡосағында байрамдар ойоштороуҙары, күмәкләп һыу инеүҙәре үҙе үк ҙур бәхет түгелме ни?
Декабрь айында Гөлнәзирә һәм Салауат ғаилә ҡороуҙарының 15 йыллығын – гәлсәр туйҙарын билдәләргә йыйына. Ә, гәлсәрҙең бик, саф һәм яңғырауыҡлы булыуы билдәле.
Татьяна Бусарева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: