+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2019, 15:00

Урманда үҙегеҙҙе дөрөҫ тотоғоҙ

Соҡор-саҡырлы ерҙәрҙә һикертеп, «Асылыкүл» тәбиғәт паркытеррриторияһында урынлашҡан Өҫән-Ивановка заказнигы егеры Салауат Абзаловтың юлһыҙ ерҙән йөрөүсе машинаһы юғары тиҙлектә алға елә. Юлдың һул яғында - һунарсыларға бүлеп бирелгән ерҙәр, ә уң яҡта - айырыуса һаҡланылған ерҙәр, бында хайуандар һәм үҫемлектәр закон менән яҡлана.

Соҡор-саҡырлы ерҙәрҙә һикертеп, «Асылыкүл» тәбиғәт паркы террриторияһында урынлашҡан Өҫән-Ивановка заказнигы егеры Салауат Абзаловтың юлһыҙ ерҙән йөрөүсе машинаһы юғары тиҙлектә алға елә. Юлдың һул яғында - һунарсыларға бүлеп бирелгән ерҙәр, ә уң яҡта - айырыуса һаҡланылған ерҙәр, бында хайуандар һәм үҫемлектәр закон менән яҡлана.
Ошондай күршелек һунарсылыҡ миҙгеле башланғас уғата уяу булырға мәжбүр итә, сөнки йәнлектәргә мылтыҡ тоҫҡарға оҫтарған кешеләр улар күберәк осраған ерҙә һунар итергә ярата. Ошондай күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн егерь Абзалов ярҙамсылары йәки райондың һунар инспекторҙары менән бергәләп көн һайын рейдҡа сыға.
- Ҡайһы саҡта браконьерҙарҙы ҡыҙыу эҙҙәр буйынса тотабыҙ, - тип һөйләй Салауат Минебай улы. - Был зоналағы бөтә машиналарҙы тикшерәбеҙ, ҡайҙан һәм ниндәй маҡсат менән килеүҙәрен асыҡлайбыҙ. Йыш ҡына башҡа райондарҙан килеүселәрҙе законһыҙ табыштары менән эләктерәбеҙ. Быйыл заказник территорияһында хоҡуҡҡа ҡаршы эштәр башҡарғаны өсөн Бәләбәй, Туймазы райондары кешеләрен тоттоҡ. Улар мышыларға, ҡыр сусҡаларына һунар итә, балыҡты күпләп тоторға тырыша, ә был махсус территорияла тыйылған. Браконьерҙар тап ҡараңғы төшкәс, һунарсылыҡ итергә килә. Ситтәрҙе эҙҙәре буйынса, йә иһә тапалған һуҡмаҡтарҙа, хайуандарҙы ашатыу урындарында ҡуйылған, кеше йөрөгәнен белдергән фотоловушкалар ярҙамында табабыҙ. Әйтергә кәрәк, видеокүҙәтеү алып барған был яйланма телефонға сигнал ебәрә. Шулай итеп, оператив эш итергә мөмкинлек тыуа.
Тейешле урынға килеп етәбеҙ. Урман эсенәрәк инәбеҙ. Саф һауанан, һиллектән һулыштар иркенәйеп киткәндәй тойола. Тауышланмаҫҡа тырышып, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың «дөйөм ашханаһына» йүнәләбеҙ. Үҙебеҙ ян-яҡҡа ҡаранабыҙ, шөрләтә шулай ҙа. Ҡаршыңа оло мөгөҙлө мышы килеп сыға ҡалһа хәүефле бит.
Аҡлан уртаһында йыуан кәртәләрҙән эшләнгән япма бесән менән тултырылған, яҡында ғына тағы ла ике төк ята.
  • Йылына 10 төккә яҡын бесән китә. Мышыларға һәм ҡоралайҙарға улар өсөн ауыр ваҡыттарҙа – ҡышын һәм яҙын ярҙамға киләбеҙ. Бының өсөн йәйгеһен бесәндән тыш, япраҡ-аҙыҡ әҙерләйбеҙ. Киләһе миҙгелгә 150 ҡайын миндеге әҙерләнек. Бынан тыш, махсус майҙансыҡтарға тоҙ һибәбеҙ. Мөгөҙҙәре нормаль үҫһен, организмдарын минераль матдәләр менән тулыландырһын өсөн яҙ көнө мышыларға ул айырыуса кәрәкле. Быйыл 400 килограмдан ашыу тоҙ һиптек. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ҡуяндар ҙа был урындарға килеп ашап китә. Әйткәндәй, «ҡунаҡтарыбыҙ» тәүлек әйләнәһенә туҡлана ала.
  • «Урман ашханаһында» кишер ашарға яратыусы, оҙон ҡолаҡтар өсөн дә махсус һауыттар ҡуйылған. Оҙон ағас улаҡтарға ҡатнаш аҙыҡ һалынған. Ҡышҡы һыуыҡтарҙы, аҙыҡ табыуы ауырлашҡан мәлдәрҙе еңелерәк үткәреү өсөн көҙҙән урман йәнлектәренә етерлек күләмдә май ҡатламы тупларға кәрәк. Заказникта эшләүселәр, тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр уларға ярҙамға килә лә инде.
    • Эшҡыуарҙар Владимир Рихтер, Сергей Белогуров, Вадим Нуриәхмәтовҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар хайуандарҙы ашатыр өсөн ҡатнаш аҙыҡ бүлә, - ти Салауат Абзалов. – Йылына 20-25 тонна аҙыҡ талап ителә. Мышылар, ҡыр сусҡалары, ҡоралайҙар һанын һаҡлап ҡалыуҙа был беҙгә ҙур ярҙам.
    • Заказникта ошондай алты «ашхана» урынлаштырылған. Барыһы ла егерҙың картаһында билдәләнгән һәм тәртиптә тотола. Аҙыҡ бөткән һайын өҫтәлә бара, емерелгән урындарҙы йүнәтеп торалар.
      Егерҙың мәшәҡттәре етерлек. Уның төп бурысы, әлбиттә, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау. Ә бынан тыш, заказник территорияһында һунарсылыҡ итеү йәки башҡа эшмәкәрлек алып барыу тыйылыуын, эҫе һәм ҡоро йәй көндәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәклеген иҫкә төшөрөп торған махсус плакаттар урынлаштырыу, элеү ҙә уға йөкмәтелгән.
      Асылыкүл буйлап һуҙылған ҡарағай урмандары, ҡатнаш урмандар мөһим роль уйнай, улар күл һыуҙарын һаҡларға булышлыҡ итә. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе лә күрергә мөмкин.
      Санитар таҙартыуҙан тыш, территорияла ағас ҡырҡыу, айырыуса һаҡланылған участкалар сиктәрендә урман культуралары ултыртыу, ер һөрөү, мал көтөү, йәйге лагерҙар булдырыу, нефть һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар табыу, төҙөлөш, мелиорация эштәре башҡарыу, химикаттар ҡулланыу тыйыла.
      Урманда ял итеп йөрөргә, еләк-емеш, бәшмәк йыйырға, бесән сабырға, тикшеренеү эштәре алып барырға рөхсәт ителә.
      Был ерҙәр – әкиәт донъяһына тиң ысын хазина. Уны һаҡлау еңелдән түгел. Ҡуйы урмандарыбыҙ һаҡланып ҡалһын өсөн бергәләп тырышырға кәрәк. Шуны иҫебеҙҙән сығармаһаҡ ине!
      Галина Бурдилева.
      Читайте нас: