+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2019, 18:35

24 ноябрь – Әсә көнө

Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,Унда күпме яҡтылыҡ!Шул күңелдең яҡтыһынанТормош тағы балҡып китә,Ерҙә арта яҡшылыҡ!(Абдулхаҡ Игебаев).

Был матур байрам беҙҙең иң яҡын кешеләребеҙгә – әсәйҙәребеҙгә арналған. Ул беҙгә ғүмер бүләк итеүселәргә ихлас рәхмәтебеҙҙе сағылдырыуға йүнәлтелгән.
Һәр беребеҙ өсөн әсәй – йорт усағы йылыһын, балалар тураһында хәстәрлекте, ғаилә ҡиммәттәрен кәүҙәләндереүсе булып тора. Бала саҡта ғына түгел, өлкәнәйгәс тә йылы әсә ҡулдарынан наҙланған, уның аҡыллы кәңәштәрен ишеткән кеше бәхетле. Әсәйҙәр һәр саҡ кәрәк.
Һөнәри һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген үҙенең төп тәғәйенләнеше – әсәлек бурысы менән бер ҡатарҙан алып барған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.
Сабырлығығыҙ, түҙемлегегеҙ, һөйөүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙ үҫтергән балалар лайыҡлы кешеләр булһын, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен.
Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек һеҙгә, изге йәнле әсәйҙәр!
Читайте нас: