+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2019, 19:25

Ассаль күле – донъялағы иң тоҙло күлдәрҙең береһе

Асаль (йәки Ассаль) күле – донъялағы иң тоҙло күлдәрҙең береһе. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «тоҙло күл» тигәнде аңлата. Ул Афар котловинаһында диңгеҙ кимәленән 155 метр түбәнерәк урынлашҡан кратер күле.

Асаль (йәки Ассаль) күле – донъялағы иң тоҙло күлдәрҙең береһе. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «тоҙло күл» тигәнде аңлата. Ул Афар котловинаһында диңгеҙ кимәленән 155 метр түбәнерәк урынлашҡан кратер күле. Африканың иң түбән нөктәһендәге урынлашҡан һәм Ер шарындағы иң тоҙло күл һанала. Уның тоҙлолоғо 350 процентҡа, ә 20 метр тәрәнлектә 400 процентҡа тиклем етә.
Сағыштырыу өсөн, Үле диңгеҙ (Мервое море) һыуының тоҙлолоғо тик 33,7 процент, ә Донъя океаныныҡы – 35 процент тәшкил итә.
Был уникаль һыу ятҡылығы Африкалағы бәләкәй генә Джибути иленең шул уҡ исемдәге башҡалаһынан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Һинд океанынан башланып, Таджур боғаҙы аша ағыусы бер нисә ер аҫты шишмәһе уны һыу менән тәьмин итә. Шулай уҡ ҡышҡы ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар килтергән һыуҙар ҙа тау биттәренән күлгә ағып төшә.
Геологик йәһәттән тыныс булмаған урында урынлашҡанлыҡтан бында ер тетрәүен бик йыш күҙәтергә мөмкин.
Күлдең майҙаны 54 кв. км-ға тиң. Оҙонлоғо - 10 км, киңлеге - 7 км, уртаса тәрәнлеге – 7,5 метр, ә иң тәрән урыны 40 метрға етә.
Лава ҡатламы яҡын булғанлыҡтан, күлдең һыуы әҫе, ваҡыты менән Цельсий буйынса 35-40 градус.
Әйтеп үтергә кәрәк, Ассаль күлендәге тоҙ иҫ киткес таҙа, хатта уны эшкәртеп тормайынса ла ашау өсөн ҡулланырға була.
Бында табылған тоҙҙо карауандар менән күрше Эфиопияға оҙаталар.
Читайте нас: