Селләләрҙә эсәр һыуың бөтһә,
Ысыҡ һыуын йыйып эсереүсе,
Ауырлыҡҡа түҙеп, аҙағында
Шатлыҡ шишмәһенә төшөрөүсе.
Һулар һауаң бөтһә – ул яныңда
Күкрәгеңә ятып тын өрөүсе,
«Дауылдарҙа аҙаштым бит»,- тиһәң,
Төндә тороп, ҡаршы йүгереүсе.
Ҡайғы-хәсрәт баҫһа юлдарыңды,
Даръя булып аҡһа ҡаршыңа,
Сығар күпер эҙләп яфаланма,
Кәрәк булһа баҫма, йәки күпер –
Шатлыҡтарың булһа, һөйөнөстән
Күктең мең ҡатына һикереүсе!
Һин онотма, балам! Әсә – бала өсөн
Мең ҡат үлеп, мең ҡат терелеүсе!
Автор: Сәриә Рәхимйәнова.