Әсә... Бәләкәй генә ошо һүҙҙә күпме мәғәнә ята! Унда әсәнең иртән үбеп уятыуы ла, ҡулдарының наҙы ла, ауыр саҡтарҙа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуы ла бар.
Әсә – ул донъялағы иң изге, иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше. Балаһы бәхетле булһын өсөн бар көсөн һалыусы ла, хатта кәрәк булһа, үҙ ғүмерен дә ҡыҙғанмаусы, бер ҡасан да һатмаусы ла ул.
Әсәйем Мәликә Ситдиҡ ҡыҙы Садиҡова Ҡоръятмаҫ ауылында тыуып үҫә һәм ғүмеренең яртыһынан күберәген ошонда үткәрә. Һуғыштан ҡайтҡан атаһы 9 йыл түшәктә ятыу сәбәпле, үҫмер сағынан уҡ фермала һауынсы булып эш башлай. Ауыл егетенә кейәүгә сыға. Әсәйемде яҙмыш иркәләмәне.
Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем фермала эшләү, буш ваҡыттарында сөгөлдөр утау, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре менән булыу... Тормош иптәше булып та, янында ярҙам ҡулы һуҙыусы, уны аңлаусы яҡын кешеһенең булмауы аяныс. 20 йыл ҡағылып-һуғылып йәшәгәндән һуң, әсәйем бөтә донъяһын, йыйған мөлкәтен ташлап, үҙе менән беҙҙе – 5 балаһын ғына алып Мәләүез районына күсеп китә. Уға сит ерҙә яңынан донъя бөтәйтеүе еңел булманы. Шуға ҡарамай балаларын үҫтереп, кеше итте ул.
Донъя гел шатлыҡтарҙан ғына тормай шул. Күп ауырлыҡтар күргән әсәйемде яҙмыш тағы һынай – улы Салауатты юғалта, йыҙы Гүзәл дә ҡаты ауырый. Ауыр минуттарҙа уға һынмаҫҡа -һығылмаҫҡа ейәндәре ярҙам итте.
Әсәйемә бөгөнгө байрам көнө уңайынан бөтмәҫ шатлыҡтар, балалары, ейәндәре, бүләләренең ҡыуаныстарына һөйөнөп оҙаҡ йәшәүен теләйем! Яҙмамдың һуңында уның яҙмышына тура килгән шиғыр яҙып үтәм (авторы билдәһеҙ).
Әсәйле булғанға рәхмәт, Раббым!
Зинһар һаҡла уны һағыштан,
Ул былай ҙа инде күп һыналған,
Һәм сыныҡҡан әсе яҙмыштан!
Сәстәренә күптән ҡарҙар ҡунған,
Йыйысыҡтар алһыу йөҙөндә...
Тик шулай ҙа әле бик матур ул,
Сал сәстәре хатта килешә!
Һиңә тормош бирмәгәнде, әсәй,
Бирер инем ҙурлап бүләккә...
Яраларын ғына төҙәталмам,
Бармы дауа һинең йөрәккә?!
Әсәй күргәндәрен әгәр яҙһам,
Бер китапҡа улар һыймаҫ та.
Тик бер теләк тел(ә)йем әсәйемде, Раббым
Хәсрәттәрҙән һаҡла һәм яҡла!!!