Көндәлек тормошобоҙға һанлы технологиялар киңерәк һәм әүҙемерәк инә бара. Ноябрь айында район дауаханаһының ашығыс ярҙам бригадалары яңы ҡорамалдар - махсус планшеттар менән йыһазландырылды. Гаджеттар медицина хеҙмәткәрҙәре саҡырыуҙар буйынса тиҙ арала барып етергә, пациент тураһында тулы мәғлүмәт алырға, кәрәк булғанда стационарҙағы белгестәр менән бәйләнеш тоторға ярҙам итә. Хәҙерге «ашығыс ярҙам» хеҙмәтенә булған барлыҡ мөрәжәғәттәр диспетчер аша планшетҡа килә. Навигатор тоташтырылған компьютер пациент эргәһенә нисек тиҙерәк барып етергә, уның адресын, персональ мәғлүмәттәрен, симптомдарын, әгәр быға тиклем ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән булһа ауырыу тарихын күрһәтә.
Район гәзите редакцияһы был яңылыҡҡа Дәүләкәндәге ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре нисек ҡарауын һорап мөрәжәғәт итте:
Зөһрә Миңләхмәтова, үҙәк район дауаханаһы ашығыс ярҙам хеҙмәтенең өлкән фельдшеры:
- Беҙҙең хеҙмәттең саҡырыуҙар буйынса йөрөүсе дүрт бригадаһы планшеттар менән ҡорамалландырылған. Саҡырыуҙы ҡабул итеү менән шунда уҡ пациенттың мәғлүмәттәрен фельдшерға еткерәбеҙ. Мотлаҡ рәүештә дауахананың дөйөм локаль селтәре базаһы менән эшләйбеҙ. Был беҙгә ваҡытты экономияларға һәм киңерәк мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Бынан тыш, планшет файҙаланыу, ашығыс ярҙам күрһәтеүҙең барышын күҙәтергә мөмкинлек бирә: хеҙмәткәрҙең урынға ҡасан барып етеүен, ниндәй диагноз ҡуйыуын, ҡасан тамамлауын, пациент госпитализацияланғанмы һәм ҡайһы медицина учреждениеһына икәнлеген, ниндәй белгестең консультацияһы кәрәк булғанлығы күренә. Бөтә мәғлүмәттәр пациенттың электрон карточкаһына яҙыла. Артабан ул алдан әҙерләнгән кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә.
- Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә күнегеүе ауырыраҡ булды. Хәҙер инде өйрәндек һәм заманса эш алымын баһалай алдыҡ. Диспетчер саҡырыуы пациенттың бөтә мәғлүмәттәре менән килә. Күрһәтелгән адрес буйынса барған арала ситуацияға әҙерләнергә мөмкин.
Сафура Сәлимйәнова, фельдшер:
- Яңы техниканы әкренләп үҙләштерәбеҙ. Әлбиттә, йәш коллегаларыбыҙға еңелерәк, улар бындай ҡулайламаларҙы яҡшы белә. Беҙ, өлкән быуын да, ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Беҙ генә түгел, пациенттарыбыҙ ҙа күнегә. Әлегә әлбиттә, күбеһе уларҙың нимәгә кәрәклеген аңлап бөтмәй. Саҡырыу ваҡытында «телефонда ултырыуыбыҙға» зарланыусылар ҙа бар. Пациент янына килеп етеү менән беҙ планшетта килеп еткән ваҡытты күрһәтергә һәм медицина ярҙамы күрһәтеп бөткәс унда кәрәкле мәғлүмәттәр индерергә тейешле.
Минегөл Фокина, фельдшер:
- Төп өҫтөнлөгө шунда, саҡырыу буйынса барғанда, нимә көтөүен белеп бараһың. Планшетта пациенттың электрон медицина карточкаһын, ашығыс ярҙам саҡыртыу сәбәбен ҡарарға, ваҡытында әҙерләнергә мөмкин, кәрәкле ҡорамалдар алырға ваҡыт бар. Бик уңайлы.