+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2019, 15:10

Янғын машиналары ҡайҙа? Крыловта!

Иҫегеҙҙә булһа, мәктәп йылдарында күбебеҙ төрлө маркалар, открыткалар йыя торғайны. Йыйып ҡына ла ҡалмайбыҙ, үҙ-ара алмашабыҙ, кемдә күпме икәнлеген даими тикшереп торабыҙ. Былар инде хәҙер тарих ҡына булып ҡалған. Замандаштарыбыҙ араһында ла үҙенсәлекле әйберҙәр йыйыусылар бар икән дә баһа!

Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Александр Крылов уйынсыҡ янғын машиналары йыя. Бөгөн уның коллекцияһында бер нисә тиҫтә машина иҫәпләнә. Яҡындары, туғандары, таныштары, дуҫтары Алексейҙың мауығыуы тураһында яҡшы белә һәм уға тыуған көнөнә, башҡа байрамдарға бүләк һайлағанда мотлаҡ уйынсыҡтар магазинына инеп, уның коллекцияһында әлегә булмаған янғын машинаһы һатып алырға тырыша.
Арабыҙҙа бына шундай кешеләр бар әле. Үҙебеҙҙең сайтта һеҙҙе ошондай кешеләр менән таныштырабыҙ. Бәлки, һеҙҙең яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ араһында ла шундайҙар барҙыр, беҙгә хәбәр итегеҙ, уларҙың коллекцияларының фотоһын ҡуйығыҙ, кем йыйыуы тураһында мәғлүмәтте ошо яҙма аҫтында комментарийҙарҙа яҙығыҙ. Көтәбеҙ!
Читайте нас: