0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2019, 15:05

«Айыҡ ауыл – 2019» конкурсы

Район мәҙәниәт йортоноң фойеһында «Айыҡ ауыл - 2019» республика конкурсының ауыл биләмәләре араһында район этабы үтте.

Район мәҙәниәт йортоноң фойеһында «Айыҡ ауыл - 2019» республика конкурсының ауыл биләмәләре араһында район этабы үтте.
Талғын ғына музыка, байрамса биҙәлгән сағыу зал, ойоштороусылар һәм ҡатнашыусыларҙың бер-береһен йылы сәләмләүе яҡшы кәйеф һәм уңышлы эш мөхите булдырҙы.
Райондың бөтә 16 ауыл биләмәһе лә был сарала ҡатнашыу теләге белдерҙе. Һигеҙ кешенән торған компетентлы жюриға «Айыҡ ауыл - 2019» конкурсының ҡатнашыусыларға ҡуйған талаптары үтәлеүен тикшереп, еңеүсене һайлау еңелдән булманы.
Йыйылыусыларҙы сәләмләп, жюри рәйесе, район Советы секретары Р.М. Әминова бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар, ҡунаҡтарға байрам кәйефе, ә ауыл биләмәләре башлыҡтарына еңеүҙәр теләне.
Ҡыҫҡаса һөҙөмтә яһап шуны әйтеп китәбеҙ, был конкурста Көрмәнкәй ауыл Советы еңеүсе булды.
Ә сараның нисек үтеүен һәм ауыл биләмәләренең ниндәй урындар алыуын район гәзитенең киләһе һандарынан уҡығыҙ.
Конкурстың фотоларын https://asilikyl.rbsmi.ru/gallery/rayonnyy-etap-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-2019/?sphrase_id=750126 сайтында ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: