+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2019, 15:10

Герой ҡайтты әйләнеп

Баҡса урамындағы скверға Советтар Союзы Геройы Владимир Ферапонтовтың бюсы ҡуйылды.

Баҡса урамындағы скверға Советтар Союзы Геройы Владимир Ферапонтовтың бюсы ҡуйылды.
Ауырлығы 250 килограмм булған бронза бюсты Санкт-Петербург ҡалаһында эшләйҙәр. Скульпторы Артур Маргарян уны геройҙың фотоһүрәте буйынса ҡоя. Бюст ике ай эсендә әҙер була.
Владимир Ферапонтов Бәләбәй ҡалаһында тыуған. 1943 йылдың август айында Дәүләкән хәрби комиссариатынан һуғышҡа китә. Пулемет расчеты командиры булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға Советтар Союзы Юғары Советы Президиумы Указы менән 1943 йылдың 13 ноябрендә Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә. Әммә илебеҙҙең юғары наградаһын В. Ферапонтов иҫән сағында алып өлгөрмәй – ул 1943 йылдың 18 ноябрендә ауыр яраларҙан вафат була. Украинаның Киев өлкәһе, Ерховцы ауылында ерләнә.
Бик күп йылдар үткәс батыр яҡташыбыҙ тыуған яҡтарына бронза һында әйләнеп ҡайтты. Хәҙер инде уның бюсы ҡалабыҙға йәмдәр өҫтәп, кешеләрҙе яу яландарында ятып ҡалғандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы онотмаҫҡа саҡырып торор. Геройҙың батырлығы киләсәк быуындарға ла барып етер, халыҡтар хәтерендә мәңге һаҡланыр!
Читайте нас: