Рус армияһында диңгеҙ пехотаһының махсус командаһы 1698 йылда ойошторола. Уларҙың беренсе бурысы – десант операциялары.
Шул иҫәптән рус диңгеҙ пехотасылары Рус-төрөк һуғышында (1768-1774 йылдар) һәм адмирал Федор Ушаковтың Урта диңгеҙ походында (1798-1800 йылдар) ҡатнаша.
Диңгеҙ пехотаһы ғәскәрҙәре Рәсәйҙең барлыҡ флоттары составына – Төньяҡ, Тымыҡ океан, Балтика, Ҡара диңгеҙ, шулай уҡ Каспий флотилияларына инә.
Диңгеҙ пехотаһы Рәсәй армияһында иң яҡшы хәрби берәмектәрҙең береһе булып һанала.