Каринэ Хәбированың Дәүләкәнгә килеп, «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» акцияһын үткәреүе ҡала һәм районда үҙенсәлекле сағыу ваҡиға булараҡ иҫтә ҡалды.
Берәүҙәр оҫталыҡ дәрестәрендә үҙҙәре өсөн күп фәһемле кәңәштәр ишетте, белгестәрҙән консультация алды. Ә кемдер ысын-ысынында рәхәтләнеп ял итте.
Был акцияның бер йүнәлеше булып “Демография” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итеү тора. Рәсәй Президенты В.В. Путин да май указдарында демографияны яҡшыртыу кәрәклегенә баҫым яһаны.