+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2019, 14:45

Ғүмер көҙөн ҡаршылап

Наил Ғәйзулла улы Хәмитов 1939 йылдың 1 декабрендә Суйынсы ауылында тыуған.

Наил Ғәйзулла улы Хәмитов 1939 йылдың 1 декабрендә Суйынсы ауылында тыуған. Уның балалыҡ йылдары Бөйөк Ватан һуғышының ауыр осорона тура килә. Ауыл халҡы урмандан утын ташып, тиҙәк, һалам яғып донъя көтә. Наил Ғәйзулла улы атаһын бары тик әсәһенең һөйләүе буйынса ғына белә. Һуғыш башланғас та атаһы яуға киткән, бер нисә ай үткәс, «ҡара ҡағыҙы» килгән. Атаһы вафат булғандан һуң ярты йыл үтеүгә, 17 йәше генә тулған ағаһын да һуғышҡа алып китәләр. Был донъяның бар ауырлыҡтарын, өс балаһын аяҡҡа баҫтырыу мәшәҡәтен әсәһе үҙ елкәһенә йөкмәй. Наил терәкһеҙ, яңғыҙ ҡалған әсәһенең әсе күҙ йәштәрен бәләкәй сағынан уҡ күреп үҫә. Апаларына, әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлашырға, уларҙың тормошон аҙ ғына булһа ла еңеләйтергә тырыша. Мәктәптә уҡыған йылдарында йәйге каникулдар ваҡытында колхозда эшләй.
Ул Суйынсы урта мәктәбендә белем алғандан һуң, 1958 йылдың көҙөндә Совет Армияһы сафтарына алына. 3,5 йыл хеҙмәт иткәндән һуң тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Колхозда ул ваҡытта эш күп була. Кисәге һалдат механизатор, водитель булып хеҙмәт һала, һуңынан уны клуб мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1964 йылдың ғинуар айынан Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың тәүге комсомол ойошмаһын етәкләй. Ойошмала колхоздың биш ауылынан 62 егет һәм ҡыҙ иҫәптә тора.
«Ауыл йәштәре, комсомолдар һәр ваҡыт колхоз эштәренең уртаһында булды. Ырҙын табағында иген киптереү, баҫыуҙарҙа һалам өйөү өмәләренән ситтә ҡалманылар. Йәштәр көндөҙ колхоз эшенә йөрөнө, кистәрен клубҡа йыйылды, волейбол, теннис, ауыр атлетика һәм үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә бик теләп шөғөлләнде. Клубта эшләгән йылдарымда ауыл артистары менән «Ғәлиәбаныу», «Ҡыҙ урлау», «Ҡара йөҙҙәр», «Башмағым», «Төнгө сигнал», «Тиле йәшлек» пьесаларын сәхнәләштерҙек. Спектаклдәр менән күрше колхоздарҙа сығыш яһаныҡ. Шул ваҡыттарҙы бик һағынып иҫкә алам»,- тип ғорурлыҡ менән һөйләй Наил Ғәйзулла улы.
Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың тәүге комсомол ойошмаһы бөтә күрһәткестәр буйынса районда алдынғылар рәтендә була. Һәм 1965 йылдың октябрь айында Наил Ғәйзулла улын райондың комсомол комитетына ойоштороу бүлеге мөдире итеп эшкә саҡыралар. Ул ғаиләһе менән Дәүләкән ҡалаһына күсеп килә.
«Комсомол комитетында уҙған йылдарым минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Комитеттың беренсе секретары Рифғәт Абдрахман улы Усманов етәкселегендә тәрбиәле, итәғәтле, белемле, ойоштороуға һәләтле булған егеттәр менән эшләнем», - тип иҫкә ала ветеран.
1968 йылда йәш белгесте партияның район комитеты «Союзпечать» агентлығына начальник итеп тәғәйенләй. Был вазифаһында ул 32 йыл буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт һала. Наил Ғәйзулла улы һәр саҡ эштең уртаһында ҡайнай: район элемтә бүлегенең тәүге партия ойошмаһы менән 16 йыл етәкселек итә, оҙаҡ йылдар спорт эштәрен алып бара, район хәрби комиссариаты ҡушыуы буйынса, хәбәр итеү участкаһы начальнигы була.
«Союзпечать» етәксеһе булараҡ, колхоздарҙа, ҡаланың төрлө ойошмаларына, предприятиеларына йөрөй, подписчиктар менән осраша.
«Дәүләкәндәр һәр ваҡыт гәзит-журналдарҙы күпләп алдырҙы, үҙәк, республика һәм район баҫмаларын иҫәпкә алып, яҙылған матбуғат баҫмаларының һаны 90 мең данаға етә ине», - ти Наил Хәмитов.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул бик күп почет грамоталары, «Башҡортостан Республикаһының почта элемтәһе ветераны» билдәһе менән бүләкләнгән, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының почта элемтәһе оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем дә бирелгән.
Наил Ғәйзулла улы тормош иптәше Рима менән 56 йыл татыу ғүмер итәләр. Яҡты, оло йорт һалалар, өс балаға ғүмер биреп, уларҙы ҙур тормошҡа оҙатҡандар. Балалары өсөһө лә юғары белемле, яратҡан һөнәрҙәрен тапҡан.
Хаҡлы ялда, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ә Наил Ғәйзулла улына 80 йәш тула, әле һаман дәртләнеп донъя көтәләр: ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫырайҙар, еләк-емеш үҫтерәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштан йәм табып, ғүмерҙәренең алтын көҙөнә шатланып йәшәйҙәр.
Рифҡәт Усманов, ветерандың коллегаһы, Дәүләкән районы ветерандар Советының элекке рәйесе.
Читайте нас: