28 ноябрҙә Башҡортостан күгендә ғәжәп осоусы объект күҙәтелде. Ваҡиғаның шаһиттары әйтеүенсә, сағыу ут көлтәһе таратыусы нимәлер үҙенән һуң түңәрәк формала төтөн өйөрмәһе һәм ҡырҡыу химик еҫ ҡалдырып, бейек күктә осоп үтә.
- Төтөн еҫе ергә тиклем етте. Уның менән бергә нәмәлер яндырғандағы кеүек ҡырҡыу химик еҫ тә һиҙелде. Бик ҡурҡыныс та, шомло ла күренеш булды, - тип яҙа Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе серле НЛО шаһиты.
Ошо уҡ осоусы объектты Өфөлә, Ишембайҙа, Раевкала, Бишбүләктә һәм республикабыҙҙан ситтә лә күҙәтәләр. Социаль селтәрҙәр яҡты ут көлтәһен төшөргән фотолар менән тулған.
Объекттың барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө фекерҙәр яңғырай. Берәүҙәр был күк есемен астероид йәки комета тип фаразлаһа, икенселәр иһә Еребеҙгә башҡа планета вәкилдәре килгән тип уйлай. Өсөнсөләре инде, уны ракета йәки юғары тиҙлектәге самолет булған тиҙәр. Һәм аҙаҡҡыларының фекере дөрөҫлөккә яҡыныраҡ булып сыҡты.
Һуңыраҡ Рәсәй Оборона Министрлығы был күренешкә үҙ яуабын ишеттерҙе.
««Капустин Яр» полигонынан «Тополь» ракетаһы осоролдо һәм ул Ҡаҙағстандағы Һары-Шаған полигонындағы сәпкә барып етте», - тип хәбәр итте улар.